Нимә беләбеҙ?21.05.2023
Нимә беләбеҙ?Картуф мал, ҡош-ҡорт аҙығында ла, сәнәғәт өлкәһендә лә киң ҡулланыла. Медицина өлкәһе ғалимдары фекеренсә, кеше организмын төрлө ауырыуҙарҙан иҫкәртеү буйынса ла өҫтөнлөклө.

Картуфта крахмал, декстрин, шәкәр, органик кислоталар, пектин матдәләре, протеин, май, калий, фосфор, тимер, йод, организмға кәрәкле башҡа төр элементтар бар. Калий элементы буйынса картуф башҡа йәшелсәнән өҫтөн тора. Күренеүенсә, ул йөрәк, ҡан тамырҙары, бауыр һәм башҡа ауырыуҙарҙы иҫкәртеүҙә ифрат ҙур роль уйнай.

Күңел биреп үҫтергәндә беҙҙең климат һәм тупраҡ шарттарында ла һәр гектарҙан 1000 центнер уңыш алып була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә картуфтың уңышы күпселек 60-80 центнер ғына тәшкил итә.


Юғары уңыш алам тиһәң...

“Картуфтың һабағы иртә ҡорой, бүлбеләр өлгөрмәй, насар һаҡлана, күп өлөшө сереп, юҡҡа сыға, сәбәбе нимәлә?” – тигән һорауҙы йыш бирәләр.

Картуфтың биологик үҙенсәлеген күҙ алдына килтерәйек. Уның ҡайһы бер сорттарына өлгөрөү өсөн 130-160 тирәһе йылы көн талап ителә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, картуф үҫтереүселәр уның веге­тация осорон һанға һуҡмай. Май урталарында шытмаған орлоҡ ултырталар, хатта июнь баштарына тиклем һуҙыла. Шытмаған ҡаты орлоҡ 20 июнь тирәһендә генә шытым бирә. Беҙҙең климат шарттарында август урта­ларында картуф үҫешенә зыян килтерә торған киске һалҡындар башлана. Һөҙөмтәлә картуф һабағы ҡорой, үҫеше туҡтала.

Күренеүенсә, орлоғон шыттырмай, һуң ултыртҡан картуф 60-65 көн самаһы ғына үҫеп ҡала, шуға күрә “етлекмәгән” картуф тәмһеҙ була, серей.
Беҙҙең климат шарттарында үҫеү осорон оҙайтып, юғары уңыш алыу өсөн нимәләр эшләргә? Бының өсөн иртә яҙҙан хәстәрлек күрергә кәрәк. Мөгәрәптән алып, ултыртҡанға тиклем орлоҡто йылы урында 30-35 көн шыттырып, ер йылынғас та (тупраҡ йылылығы 12 градусҡа еткәс) ултыртҡанда, беҙҙә лә картуф өлгөрә, юғары уңыш бирә.

Орлоғон шыттырыу ысулдары

Апрель баштарында уҡ орлоҡ шыттырырға һалына. Орлоҡ шыттырыуҙың төрлө ысулдары бар.

Ултыртырға 30-35 көн ҡалғас, ул баҙҙан алына, йылы урында кәштәләргә, иҙәнгә йәйелә йә йәшниктәргә тултырып ҡуйыла. Тәҙрә тупһаларына түшәлә. Яҡтылыҡ етмәһә, шытымдар аҡ һәм оҙон була. Яҡтылыҡ етерлек булһа, йәшел төҫтә йыуан булып шытып сыға. Шытымдың оҙонлоғо 5-6 миллиметрҙан уҙмай. Шыттырыуға зарарланмаған таҙа орлоҡтар һайлап алына. Мөгәрәптә һаҡлағанда биргән шытымдар өҙөп ташлана.

Шыттырырға һалған орлоҡтар аҙна һайын әйләндерелеп торола.

Икенсе юл менән дә шыттыралар. Бүлбеләрҙе тимер сыбыҡҡа теҙеп, яҡты бинаға элеп ҡуялар. Картуфты дымлы ысул менән шыттырғанда, шытымдар ғына түгел, ә тамырҙар ҙа барлыҡҡа килә. Бының өсөн йәшник төбөнә 3-4 сантиметр ҡалынлыҡта дымлы торф йәки бысҡы вағы һалына. Уның өҫтөнә картуф орлоғо түшәлә, тағы торф йәки бысҡы вағы йәйелә, картуф орлоғо түшәлә. Шул рәүешле 4-5 тапҡыр ҡабатлана.
Дымлы ысул менән шыттырыу тупраҡҡа сығарып ултыртырға 10-15 көн ҡалғас башлана. Ҡатнаш шытымдарҙы ла ҡулланырға мөмкин. Орлоҡто 10-15 көн яҡтыла, 6-8 көн дымлы торфта тоталар.


Вернуться назад