Ҡыяр-помидор тоҙлар мәл Һыуыҡ һыуҙа тоҙланған ҡыяр15.07.2023
Ҡыяр-помидор тоҙлар мәл Һыуыҡ һыуҙа тоҙланған ҡыярӨс литрлыҡ банка төбөнә бер укроп һабағы, ҡурай еләге, ҡарағат, сейә япрағы һалырға. Бер рәт ҡыяр теҙергә, тағы укроп, япраҡтар, өс-дүрт тырнаҡ һарымһаҡ, биш-алты бөртөк ҡара борос өҫтәргә лә банканы ҡыяр менән тултырырға. Өс аш ҡалағы тоҙ һалып, ҡайнап һыуынған йә бер-ике сәғәт ултырған һыуыҡ һыу ҡойорға.
Өҫтөн керән япрағы менән ҡапларға. Пластмасса ҡапҡас ябып, тоҙ иреһен өсөн бер нисә тапҡыр әйләндереп алырға кәрәк. Ике-өс көн өйҙә тотоп, һыуы кәмеһә, тоҙло һыу өҫтәп, баҙға йә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Эҫе һыу менән бешермәгәс, ҡыярҙар кетерләп кенә торасаҡ. Элек өләсәйҙәребеҙ мискәгә, эмалле биҙрәгә ҡыярҙы тап ошо ысул менән тоҙлаған.

Традицион рецепт

Уртаса ҙурлыҡтағы ҡыярҙың башын киҫеп, бер тәүлек һыуҙа тотабыҙ. Быяла банкаларҙы яҡшылап йыуғас, парҙа йәки мейестә стерилләп алабыҙ. Банка төбөнә укроп, ҡарағат һәм керән япраҡтары, ҡара борос һалына. Ҡыяр йомшармаһын өсөн имән япрағы һалырға ла мөмкин. Таҙа итеп йыуылған ҡыярҙарҙы тултырғас, ҡайнап сығып, 5-10 минут самаһы һыуынған һыу ҡоябыҙ (ҡайнар һыуҙы тура ҡойһаң, ҡыярҙар бешеп йомшарасаҡ). 10-15 минуттан һыуын кәстрүлгә бушатып, өс литрлы банка иҫәбенә өс аш ҡалағы тоҙ, дүрт аш ҡалағы шәкәр өҫтәп, яңынан ҡайнатып алабыҙ. Тоҙлоҡто саҡ ҡына һыуытып, һәр банкаға өс аш ҡалағы иҫәбенән 9 процентлы һеркә өҫтәйбеҙ ҙә банкаларҙы тултырып, тимер ҡапҡас менән нығытып ябабыҙ. Шуныһы отошло: был ысул менән тоҙланған ҡыяр бүлмә температураһында ла һәйбәт һаҡлана.

Ҡыяр салаты

5 кг ҡыяр, 1 кг һуған, 200 г укроп, 5 татлы борос, 1 стакан көнбағыш майы, 200 мл һеркә, 200 гр шәкәр кәрәк.
Ҡыярҙы, һуғанды ярым балдаҡлап турап, укроп, татлы борос, көнбағыш майы, уксус һалып, бер сәғәткә ултыртабыҙ. Стерилләнгән банкаға салатты һалып, 20 минут һыулы кәстрүлдә ҡайнатабыҙ. Ҡырҡыу ризыҡ яратыусылар татлы борос урынына әсеһен ҡуллана ала, тик әлеге күләмгә уның берәүһе лә етә.

Үҙ һутындағы помидор

3 кг бер тигеҙ ваҡ помидор, 2 кг итле сорт помидор (бешеп, иҙелгәндәре лә бара), өс аш ҡалағы тоҙ, шуның сама уҡ шәкәр, 100 мл аш һеркәһе.
Тәүҙә помидорҙың итле сортынан һут эшләнә. Бының өсөн уларҙы турап быҡтырып, иләк аша үткәрергә кәрәк. Комбайнығыҙ йәки һут һыҡҡысығыҙ булһа, эш икеләтә еңеләйә. Тоҙ һәм шәкәр һалып, һутты ҡайнатып алырға, ҡайнап сыҡҡас, аш һеркәһе өҫтәргә. Стерилләнгән 0,7 – 1 литрлы банкаларға өс-дүрт урындан тишеп, ваҡ помидорҙарҙы тултырырға ла эҫе һутты ҡойорға. Тимер ҡапҡастар менән нығытып ябып, баш түбән әйләндереп, йылы әйбер менән урап һыуытырға ҡуйырға.


Вернуться назад