Груша тирәләй10.07.2018
Груша тирәләй– Баҡсамдағы груша уңышты бер ботаҡтан ғына бирә. Шуға күрә уның уңыш олоно бер яҡҡа табан ауыша. Был нилектән шулай икән?
– Был ботаҡтарҙың тигеҙ үҫешмәүенән килә. Ҡайһы береһе бөтөнләй үҫмәй, икенселәре ныҡлап өлгөрмәй тиерлек. Өсөнсөләре иһә уңышты мул бирә. Мул уңыш бирә торған, һығылған ботаҡты ныҡлы ҡолға менән терәп ҡуйыу хәйерле. Ян ботаҡтары үҫеш алһын өсөн әлеге ботаҡты ҡыҫҡартырға кәрәк. Көслөһөн ҡыҫҡартҡандан һуң, төп олонға ялғанған урын тирәһендә аҙ ғына уйым яһап, турайтып бәйләйҙәр. Ҡуйы булып үҫкән ботаҡтарҙы, көслө үҫеш алған һәм дөрөҫ урынлашҡанын ғына ҡалдырып, һирәкләргә кәрәк.

– Уҙған йыл ниңәлер грушаларҙың күбеһе “күгәргән” һыҙыҡтар, тимгел­дәр менән ҡапланды…
– Грушаны ағыулы химикаттар менән дауаларға, берәр ауырыу эләккәндер тип тамырынан йолҡоп ташларға ашыҡмағыҙ. “Тамға”лы емештәр менән бергә яҡшылары ла бар бит, япраҡтары ла таҙа. Ғәҙәттә, “петровский” сорттары шундай була. Уҙған йыл башҡа төрлө грушалар бөтөнләй ҡутырҙар менән ҡапланды. Ағасығыҙҙа күҙәтелгән был “күгәреү” урындары һалҡын көндәр һөҙөмтәһендә тыуған кәмселектәр генә. Улар грушаның ҙурлығына ла, сифатына ла зарар килтермәй.

– Груша ағасы һынды. Уны һаҡлап ҡалыу мөмкинме?
– Ағасты олонда ҡалған бер нисә ботаҡ һаҡлаясаҡ. Тик формалаштырғанда олонға йәш ботаҡтарҙың ялғанған мөйөшө бик ҡыҫынҡы булмаһын – тиҙ генә айырылып төшөр. Сыбыҡтан ғына киткән үҫенте олоно һымаҡ, бында ла ботаҡтарҙы яңынан формалаштырыу мөһим.


Вернуться назад