Әгәр үҫемлек...05.06.2018
Азот ашламаһына мохтажлыҡ кисерһә, уның япрағы аҡһыл төҫкә инә, һарғая, ҡойола, үҫемлек насар үҫә, кәрлә булып ҡала.
Фосфор ашламаһына мохтажлыҡ кисерһә, үҫемлек япрағы ҡара йәшел, күкһел төҫкә инә, ҡыҙғылт таптар барлыҡҡа килә. Ҡорой, япраҡтар һорғолт төҫкә инеп ҡарая, емеш сифатһыҙ була.
Азот менән фосфорға мохтажлыҡ кисерһә, ғәҙәттәгесә, сәскә атып, һеркә­ләнгәндә сәскә аналығы ҡойола.
Калий ашламаһы етешмәгәндә, япраҡ уртаһы бер аҙ ҡытыршылана, бөгәрләнә, ялтырауыҡлы ҡыҙғылт таптар хасил була, япраҡ ситтәре һарғая башлай, һорғолт таптар барлыҡҡа килә. Иң өҫтәге үҫеш бөрөһө һәм тамыры зарарлана. Үҫемлектең калийға ҡытлыҡ билдәләре аҫҡы ботаҡтағы япраҡтан башлана.
Магний элементы етешмәһә, япраҡтар төҫһөҙләнә, һарғылт, ҡыҙыл төҫкә инә.
Тимер элементына мохтажлыҡ кисерһә, япраҡтар аҡһыл-йәшел төҫкә инә. Япраҡ һөлдәләре араһында хлороз барлыҡҡа килә.
Баҡыр элементы етешмәһә, япраҡ осо ағара, хлороз барлыҡҡа килә.
Бор етешмәһә, үҫеш нөктәһе ҡорой – сәскә атмай.


Вернуться назад