Һөт ағып йөрөһә...15.05.2018
Тирә-яҡ йәшеллеккә күмелә. Ҡыш буйына һарайҙа бикле торған, ҡоро бесән ашап йөрөгән малдар иркенгә, көтөүлеккә сыға. Тик ауыл халҡының мәшәҡәте бының менән генә бөтмәй, яңылары өҫтәлеп тора. Көтөү ҡайтҡанда иғтибар менән ҡараһағыҙ, ҡайһы бер һыйырҙарҙың һөтө ағып йөрөй. Тимәк, хужабикә кискеһен аҙыраҡ һөт һауып аласаҡ. Был хәлдә малҡайҙың сирен нисек дауаларға?

Һауыр алдынан имсәкте йыуыу мотлаҡ, йылы һыу менән йыуырға, ҡоро таҙа сепрәк менән һөртөргә кәрәк. Вазелин, башҡа төрлө май буяу мөһим. Башта алдағы­ларын, шунан һуң арттағыларын һауалар. Бармаҡ остары менән түгел, ә устар менән һауырға кәрәк. Тәүге өлөшөн икенсе берәй һауытҡа һауып алырға кәңәш ителә.
Баштағы осорҙа, һыйыр имсәгенән һөт аҡҡанда, ашыҡмайынса һауыу мөһим, һөт нәҙек булып аҡһын. Һауып бөтөр алдынан имсәккә “йомғаҡлау” массажы яһарға кәрәк, был ысын, тулы массаж түгел, ә еңелсә һыйпауҙар ғына булһын. Шунан һуң һөттө һауып бөтөрөргә кәрәк. Ләкин ҡаты һығырға ярамай, йомшаҡ хәрәкәттәр менән тартыла. Бынан һуң мазь һөртөп ҡуйыу һәйбәт. Әммә һыйырҙы бындай ысул менән дауалау шаҡтай ваҡыт талап итә. Һөҙөмтәне тиҙ генә көтмәгеҙ, хатта бер айҙан ашыу ваҡыт үтергә мөмкин.
Тағы бер кәңәш: һауғанда ҡайһы бер һыйыр тибенә, ҡойроғон болғай һәм һөттө бысратыуы мөмкин. Әгәр ҙә һыйырҙы яңы һатып алған булһағыҙ, бигерәк тә беренсе тапҡыр быҙаулаған тана икән, һаҡлыҡ сараларын күрегеҙ. Һыйырҙы бәйләгеҙ, баҫып торған урыны тигеҙ һәм ҡоро булһын. Ике аҙнанан бау бөтөнләй кәрәк тә булмаясаҡ.
Ҡайһы бер һыйырҙар ашағанда ҡамасау­лағанды яратмай, шуға күрә тыныс баҫып тормай. Һауғанда һыйырға бер нәмә лә бирмәҫкә кәрәк. Улар ризыҡһыҙ һауыуға бик тиҙ өйрәнә.

Хәйбулла районы,
Һамар ауылы.


Вернуться назад