Тауыҡ тиҙәге лә, көл дә файҙалы08.05.2018
Бәрәңге ултыртыу мәле етте. Әлбиттә, мул уңыш алыу өсөн ерҙе туҡландырыу мөһим. Бының өсөн ауылдарҙа органик ашламалар етерлек. Уларҙы дөрөҫ һәм белеп ҡулланыу мөһим.

Мәҫәлән, тауыҡ тиҙәгендә үҫемлектәр тиҙ үҙләштерә торған туҡлыҡлы матдәләр күп. 10 килограмм ҡош тиҙәгендә уртаса 220 грамм азот, 180 грамм фосфор, 110 грамм калий бар. Теләһә ниндәй тиреҫтәге туҡлыҡлы матдәләрҙе үҫемлектәр әкренләп, ике-өс йыл дауамында үҙләштерһә, тауыҡ тиҙәге, минераль ашламалар кеүек, үҫемлектәргә бик тиҙ барып етә.
Ҡош тиҙәген бәрәңге баҡсаһына көҙҙән таратыу яҡшыраҡ. Яҙын иһә уны туҡлыҡлы матдәләр таралып өлгөрһөн өсөн бәрәңге ултыртҡансы, мөмкин ҡәҙәр иртәрәк, ҡаҙыр йәки һөрөр алдынан керетергә тырышырға кәрәк.
Бәрәңгегә уны сутыйына 30 – 35 килограмм иҫәбенән индерәләр. Мәғлүм булыуынса, тауыҡ тиҙәгендә азот күп. Ә бәрәңге – калийҙы күберәк талап иткән культура. Ҡош тиҙәге менән генә ашлағанда, унда аҡһым туплана һәм ул ярмалы булмай. Шуға бәрәңгене дөрөҫ туҡландырыу өсөн бер сутыйға ике килограмм иҫәбенән көл дә керетергә кәрәк. Көл юҡ икән, 400 – 500 грамм калий менән алмаштырырға була.


Вернуться назад