Бөйөк баҡсасы24.04.2018
Бөйөк баҡсасыБаҡса үҫтерергә яратҡандарҙы йыш ҡына “Мичурин” тип йөрөтәләр. Ысынлап та, заманында Рәсәйҙә генә түгел, донъяла баҡсасылыҡ эшен киң йәйелдереүҙә Иван Мичуриндың ҡаҙанышы ифрат ҙур була.
Иван Мичурин 1855 йылда Рязань губернаһының Долгое ауылында дворян ғаиләһендә тыуған. Малай дүрт йәшендә әсәйҙән ҡала, ғәзиз кешеһе вафат була.

Малайға баҡсасылыҡ менән ҡыҙыҡһыныу нәҫелдән бирелгән – бабайҙары груша сорттары сығарыу менән шөғөлләнгән. Иван кескәйҙән атаһына баҡсала ярҙамлашып үҫә. Уҡырға теләге ҙур булһа ла, урта белемһеҙ ҡала, гимназиянан ҡыуыла. 17 йәшендә Тамбов өлкәһенең Козлов ҡалаһына (Мичуринск) күсенә һәм ғүмеренең ахырынаса шунда йәшәй.
1873 йылда ул тимер юл станцияһына конторасы булып эшкә урынлаша. Телеграф, сигнал аппараттарын өйрәнә, уларҙы йүнәтә.
Егет 1874 йылда өйләнә. Буласаҡ ғалим беренсе тәжрибәләрен ҡайны­һының баҡсаһында үткәрә, әммә быны ҡайныһы тыя. 1875 йылда Мичуринск ҡала утарынан ҡуртымға ер ала һәм унда йәнә үҙенең һынауҙарын башлай. Бер нисә йылдан баҡсаһында 600 төр үҫемлек туплана. Һуңынан 18 йылға бурысҡа инеп, баҡсалы утар һатып ала, әммә тиҙҙән был баҡса ла тула.
1887 йылда Мичурин Козловтан ете саҡрым алыҫлыҡта ер һатып ала. Уның баҡса менән ҡыҙыҡһыныуын ҡатыны аңлап ҡабул итә, үҫемлектәрҙе йәйәү күсерәләр. Унда йорт булмай, ике миҙгел буйы ҡыуышта йәшәргә тура килә.
Тормош дауам итә. Килеп тыуған ҡаршылыҡтар Мичуриндың хыялына кәртә була алмай. Ул 52 йәшендә генә фәнни эштәрен баҫтыра башлай. Уның уңыштары хаҡында сит илдәрҙә лә ишетелә. Үҫентеләрен Төньяҡ Америкала теләп алалар. Ул сығарған сейә Канаданың 40 градуслы һыуыҡтарын имен-аман кисергән берҙән-бер сорт була. 1912 йылда Мичуринды АҠШ-ҡа эшкә саҡыралар, шәхси пароход һәм йылына һигеҙ мең доллар аҡса вәғәҙә итәләр. Батша хөкүмәтенән эше өсөн бер тин алмаһа ла, ул был тәҡдимдән баш тарта. Аҡсаһыҙ интеккәс, фатирында сәғәт төҙәтеү оҫтаханаһы аса.
Иван Мичурин сәскә сорттары сығарыу менән дә шөғөлләнгән. Уның миләүшә һымаҡ хуш еҫле сәскәһен голландтар юғары баһалаған, үҙен эшкә саҡырғандар. Бик ярлы йәшәһә лә, ул йәнә был тәҡдимдән дә баш тарта.
1915 йылда, 41 йыл бергә йәшәгәндән һуң, ҡатыны вафат була. Был юғалтыуҙы Иван Владимирович бик ауыр кисерә. Әмәлгә ҡалғандай, шул уҡ йылда питомникты һыу баҫа, унан көслө һыуыҡ үҫентеләрҙе һәләк итә. Революциянан һуң Мичурин питомнигына беренсе тапҡыр өс мең һум дәүләт субсидияһы бирелә. 1923 йылда уны дәүләт дәрәжәһендәге ойошма итеп раҫлайҙар. Бында Рәсәйҙең беренсе питомнигына нигеҙ һалына. Һуңыраҡ ул 2500 гектар майҙанлы И.В. Мичурин исемендәге совхоз-баҡсаға әүерелә.
Иван Владимирович эшен улы Николай дауам итер тип өмөтләнә. Әммә ул ерҙә булышыуҙы яратмай. Николай Ленинградта йәшәй, вафат булыр алдынан атаһы менән осраша. Ҡыҙы Мария Ивановна төп ярҙамсыһы була.
Иван Мичурин ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем эшләй, баҡсасылыҡтан бушаған арала механика менән ҡыҙыҡһына. Баҡса ҡоралдарын камиллаштыра, барометр һәм тәмәке турай торған машина эшләй. Шулай итеп, Мичурин генетиканың, айырыуса емеш һәм еләк культураларының үҫешенә ҙур өлөш индерә. Ул ойошторған цитогенетик лабораторияла тәжрибәләр үткәрелә.
Иван Мичурин тропик үҫентеләрен Себергә күсереү хаҡында хыяллана. Урта һыҙатта ҡышҡы һыуыҡҡа сыҙамлы виноград, сейә үҫеү – уның ҡаҙанышы. Исеме донъяға танылған һәүәҫкәр селекционер, биолог Иван Владимирович Мичурин 300-ләп яңы төр үҫемлек сығарған. Йәнә замандаштары уны сихырсы, дауалаусы тип тә йөрөткән. Ул барлыҡ үҫемлек­тәрҙең дә дауалау үҙенсәлектәрен белгән, уларҙан төнәтмәләр, майҙар яһаған.
Иван Мичурин 1935 йылда 80 йә­шендә ашҡаҙан сей яраһынан вафат була. Ул үҙен йорто йәнәшәһендә ерләүҙәрен һорай, әммә был ерҙе яҙын һыу баҫыу сәбәпле, ғалимды И.В. Мичурин исемендәге еләк-емеш, йәшелсә институты (хәҙер Мичурин дәүләт аграр университеты) биләмәһенә ҡуялар.


Вернуться назад