Кишер яратһаң21.05.2023
Кишерһеҙ бер табынды ла күҙ алдына килтереп булмай. Уны беҙ аш, былау бешергәндә, салаттар эшләгәндә ҡулланабыҙ. Был йәшелсәлә һаулыҡ өсөн мөһим булған витаминдарҙы, микроэлементтарҙы һанап бөткөһөҙ. Көн һайын кешегә бер уртаса кишер (100 грамм) ашарға кәрәклеген иҫәпкә алғанда, йылына 36,5 килограмм кишер кәрәк буласаҡ. Тимәк, бер ғаилә кәмендә 150 килограмм ҡуллана. Әйткәндәй, уны апрель аҙаҡтарында, түтәлдәрҙә ер әҙер булғас та сәсергә кәңәш ителә.

Кишер орлоҡтары йоҡа, һыу үткәрмәй торған эфир майҙары менән ҡапланған. Шыттырыу өсөн уларҙы марляға төрөп, йылымыс һыу аҫтында 20 минут самаһы тоторға кәрәк. Был осраҡта эфир майҙары йыуылып төшә. Артабан орлоҡтарҙы бүлмә температураһында булған “Гуми” һәм “Фитоспорин” иҙмәһенә һалабыҙ. Быны эшләүе ябай: бер стакан һыуға ике тамсы “Гуми-20” һәм ун тамсы “Фитоспорин-М” тамыҙабыҙ. Шулай орлоҡтарҙы 12-24 сәғәт самаһы тотабыҙ. Ҡулға йәбешмәй башлағас, уларҙы киптерергә кәрәк буласаҡ.

Кишер яҡшы эшкәртелгән түтәлдәрҙе ярата. Кире осраҡта уның кәкре, бер нисә башлы булып үҫеүе ихтимал. Шулай уҡ кишерҙең матур, оҙон булып үҫеүенә тупраҡтағы таштар, быяла, тимер киҫәктәре ҡамасаулай. Түтәлдәрҙе ашландырып, көҙҙән әҙерләп ҡуйыу яҡшы һөҙөмтә бирә. Әйткәндәй, кишер сәсәсәк түтәлдәрҙә башҡа йылдарҙа помидор, ҡыяр, һуған, һарымһаҡ, бәрәңге, кәбеҫтә кеүек йәшелсәләр үҫкән булһа бигерәк яҡшы, сөнки тупраҡ төрлө органик матдәләр менән байытыла. Ә бына быға тиклем петрушка, укроп, сельдерей сәселгән түтәлдәргә, киреһенсә, кишер сәсергә кәңәш ителмәй. Ул яҡтылыҡты ла ярата, шуға ла асыҡ урын һайлайбыҙ.

Кишерҙе сәсер алдынан түтәлдәрҙәге тупраҡҡа ҡом йәки йомшартҡыс һибәбеҙ. Әйткәндәй, “Пухо Вита” йомшартҡысы үҙенең составында төрлө фитобактериялар һәм тәбиғи минералдар булыуы менән айырылып тора. Уны түтәлгә бер тапҡыр индергән хәлдә лә һөҙөмтәһе бер нисә миҙгелгә һуҙыла. Тиреҫ менән ашларға ла оноторға ярамай. Шулай уҡ “Бионекс” һәм “Гуми-Оми” препараттары тупраҡты туҡландырырға ярҙам итәсәк. Ә бына “33 баһадир” исемле биопрепарат составында булған микроорганизмдар зыянлы микробтарҙан, стрестан һаҡлай, нығыныу өсөн биологик матдәләр менән тулыһынса тәьмин итә. Һөҙөмтәлә үҫемлектәрҙең иммунитетын күтәрә, ә был үҙ сиратында, яҡшы уңыш алыуға килтерә, тупраҡ та туҡлана.

Иң мөһиме — кишер сәскәндә тупраҡ ҡоро булмаҫҡа тейеш. Әҙер орлоҡтарҙы ике-өс сантиметр тәрәнлектә сәсергә кәңәш ителә. Аралары 15 сантиметр булырға тейеш. Орлоҡтарҙы тигеҙ сәсер өсөн ҡоро ҡом менән бутарға кәңәш ителә.


Вернуться назад