“Дача амнистияһы” дауам итә02.03.2018
“Дача амнистияһы” дауам итә Федераль киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, “Дача амнистияһы” 2020 йылдың 1 мартына тиклем оҙайтылды. Әлегә тиклем уны быйыл мартта тамамларға ниәтләйҙәр ине. Ошо көндәрҙә Дәүләт Думаһы ҡабул иткән законды Федерация Советы хупланы.

Граждандар тағы ла ике йыл шәхси торлаҡ төҙөлөшө объекттарын, ер участкаларын һәм ихаталарҙы милеккә алыуҙың ябайлаштырылған тәртибенән файҙалана ала. Мәҫәлән, ергә таныҡлыҡ алыу өсөн кадастр паспортын тултырыуҙың кәрәге юҡ. Йортто иһә файҙаланыуға тапшырыуға рөхсәт ҡағыҙы бул­маһа ла милек итеп теркәргә була.


Вернуться назад