Белһәң икән телдәрен...27.12.2017
Верна ҡушаматлы этебеҙ бар ине. Уның менән уйнау миңә һәм Ғайса ҡустыма кинәнес бирә. Дәү, йөнтәҫ кәүҙәле, ҡыш ҡул санаһын еңел тарта. Ә йортта ышаныслы һаҡсы. Ҡапҡа төбөн һаҡлағанында, башын ике ал тәпәйенә һала ла йоҡлаған төҫлө ята. Янына ултырып, башын һыйпаһаң, күҙҙәрен асҡылап ҡәнәғәтләнеүен белдерә.


Әсәйебеҙ: “Верна ул-был хәл булаһын алдан һиҙҙерә”, — ти. Насарлыҡ көтөлгән­дә шыңшыуы үҙенсәлекле була икән. Хатта ризыҡтан баш тарта. Атайыбыҙ һуғышҡа китәһе булғас та шыңшыған.
Атай тирәһендә күҙенә ҡарап йөрөнө. Атлы сана ҡуҙғалып киткәс, ергә һеңгән­дәй ултырып ҡалды. Беҙ тау аша тура һуҡмаҡтан ҡайынлыҡҡа барып еткәндә, унда ултыра ине. Ҡарашы урта урамға төбәлгән, алыныусылар киләһе юлға. Күренеү менән уларға ҡаршы сапты. Баҫыу ҡапҡаһы төбөндә туҡтағандарында атайыбыҙҙы ҡурсаланы. Күмәк ирҙәр оло юлға ҡуҙғалғас, бер сама ҡарап торҙо ла арттарынан сапты.
— Тот ҡойроғон! — тип ауаз һалды кемдер.
— Верна ла китте һуғышҡа, — тип өҫтәне икенсеһе.
Үкенескә ҡаршы, дошмандарынан һәләк булыр көнө алда икәнлеген бер кем белмәй ине. Шул китеүҙән ун көн юғалып торҙо. Таланған эттән дә хәлһе­ҙерәк төҫтә ҡайтты. Аяҡ табандары сей­лән­гән, ябыҡҡан, күҙ ҡарашы һүнгән.
Икенсе ҡыш бүреләр йышайҙы. Олой­ҙар. Ҡурҡыныс. Ләкин иң яманы — улар­ҙың һарыҡтарҙы быуып сығыуы. Айырым осраҡтарҙа малҡайҙы арт һанына һалып алып китә. Аслы-туҡлы балаларҙың һуңғы ышанысы юҡҡа сыға. Ҡатын-ҡыҙ мал ҡура­һын нығытҡан була, ә бүре һалам ҡыйыҡты тишеп керә.
Верна терелде һәм яңынан йорт һаҡ­сы­һы булды. Бүреләрҙе ҡурҡытыр өсөн быялалы лампа сығарып эләбеҙ. Әммә бынан янғын сығырға мөмкин.
Бер төндө бүреләр өйөрө ауыл ситенә үк килеп олой башланы. Беҙҙең йорт урамға яҡын урында. Верна был хәлдә үҙенә урын тапмай. Күҙгә ҡарап шыңшый, ләкин уны нисек аңларға? Бер кис муйынын бәйләгән бауҙы тартып-тарта. Аҙаплана торғас, систек, һикергеләп уйнап алды ла шымып күҙгә ҡарап ултырҙы. Белһәң икән тоғро эт телен!
Бүреләр яңынан ауыл ситендә олоған кистә Верна йортта аллы-артлы йөрөп алды ла сығып сапты. Әсәйебеҙ “их!” тип үкенес белдерҙе. Ләкин бер ни эшләр хәл юҡ. Верна шул кис бүреләргә һөжүм итеп, һәләк булды, ахыры. Башҡаса ҡайт­маны, һуғышҡа китеүе ошо булғандыр...

Фәрит ВАХИТОВ.


Вернуться назад