Исемеңдә – есемең19.12.2017
Исем кеше есемен билдәләй, тиҙәр. Ысынлап та, яҡты донъяға килгәндән алып ғүмер ахырынаса әҙәм балаһы үҙенә әйтелгән исем көсө ярҙамында хәрәкәт итә. Ата-әсә тарафынан оло һөйөү менән әйтелгән мәғәнәле исем ҡолаҡҡа ипле генә яғылып кешене ишетергә, тыңларға, тойорға мөмкинлек бирә. Ир-атҡа ҡушылғаны батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, ныҡлыҡ кеүек сифаттарҙы һынландырһа, ҡатын-ҡыҙҙыҡында сафлыҡ, наҙлылыҡ, йомшаҡлыҡ сағылырға тейеш, тиҙәр. Әммә күп осраҡта төрлө шарттарҙа был тигеҙлек һаҡланмай, эйәһенә килешмәгән, мәғәнәһеҙ исемдәр ҡушыла. Иғтибарға алыр һүҙебеҙ ҡатын-ҡыҙҙарға ҡушылыр матур һәм наҙлы башҡорт исемдәре хаҡында.
АЙБИКӘ — ай һымаҡ матур; айлы төндә тыуған
АЙҺЫЛЫУ — ай+һылыу; айлы төндә тыуған (ай һымаҡ матур булһын тигән теләк менән ҡушылған; иң күп таралған боронғо исемдәрҙең береһе)
АЛТЫНБИКӘ — алтын һымаҡ ҡәҙерле
АЛТЫНСӘС — алтын сәсле
БАРСЫНҺЫЛЫУ — барсын+һылыу (барсын – ебәк)
БҮЛӘКБИКӘ — бүләк+бикә; бүләк, мираҫ булып ҡалған ҡыҙ
ГӨЛБИКӘ (фарсы телендә осрай) — гөл+бикә; гөл һымаҡ ҡыҙ
ЕЙӘНБИКӘ — ейән+бикә (боронғо йола буйынса, әсә йортонда тыуған балаға «ейән» һүҙе менән исем ҡушҡандар)
ЕҘБИКӘ — еҙ+бикә (бала ныҡ булһын, тигән теләк менән борон таш, металл атамаларын исем итеп ҡушҡандар)
ЕМЕШБИКӘ — емеш+бикә; емеш һымаҡ тәмле
ИНСЕБИКӘ — инселәнгән, кемгәлер билдәләнгән
ЙОМАБИКӘ — йома+бикә (йомала тыуған)
КӨНБИКӘ — көн (ҡояш)+бикә (ҡыҙ бала)
ҠАРАҠАШ — ҡара ҡашлы, һылыу
ҠАРАСӘС — ҡара сәсле, матур
ҠАРЛУҒАС — ҡош атамаһынан яһалған исем
ҠОТЛОБИКӘ — ҡотло+бикә; бәхетле
МАЯНҺЫЛЫУ — маян+һылыу
БАЯН — бай, мөлкәтле
ҺӨЙӨМБИКӘ — һөйөклө, һөймәлекле ҡыҙ
ТАҢСУЛПАН— таң йондоҙо, сулпан
ТАҢҺЫЛЫУ — таң+һылыу; таңда тыуған бала
ТЕЛӘҮБИКӘ — алған ҡыҙ
ТӘҢКӘБИКӘ — тәңкә+бикә
УҠАБИКӘ — уҡа+бикә; матур ҡыҙ
УРАЗБИКӘ — ураз (бәхет, ҡот)+бикә
ҮЛМӘҪБИКӘ — үлмәҫ+бикә (борон балалар гел үлеп торғанда «был бала үлмәһен, торһон» тигән теләк менән ҡушылған исем)
ЯҠШЫБИКӘ — яҡшы+бикә; яҡшы, һәйбәт ҡыҙ
ЯЛАНБИКӘ — ялан яҡта тыуған
ЯМАНБИКӘ — яман+бикә (баланы һаҡлау өсөн ҡушылған боронғо исем)
Таңһылыу Күсимованың
“Исемдәр донъяһында” китабынан алынды.