Башҡорт халҡы элек-электән йылҡы ите яратҡан. Шуның өсөн ҡышҡылыҡҡа уны һимертеп һуйғандар, ә ат салмағандар һатҡан йә башҡа малға алмаштырып алған.Беҙҙең ауылда етеш көн иткән берәү ҡышҡылыҡҡа ныҡ ҡына һимертеп ат һуйырға булып, алдан уҡ яртыһын ауыл мөғәллименә һатырға һөйләшкән. Алдан билдәләнгән көндә ярҙамға өс-дүрт күршеһенә лә әйтә. Шулай уҡ ит алырға һөйләшкән мөғәллимде лә килтертә, сөнки хаҡын килешмәгән булғандар. Һуйғандан һуң ғына һимеҙлегенә (ҡаҙылыҡ майына) ҡарап хаҡ билдәләргә йыйынғандар (аттың һимеҙлеген уның ҡаҙылыҡ майына ҡул бармаҡтарын ҡуйып үлсәйҙәр).
Малды һуйып, уның ҡаҙылығына хужа кеше бармаҡтарын ҡуйып ҡараған да: “Ҡаҙылығы дүрт иле”, — ти икән. Был бик һимеҙ ит икәнлеген күрһәтә. Шунан һуң хужа мул ғына хаҡ та билдәләй башлаған, ә һуғымды эшкәртеү әле тамамланып бөтмәгән булған. Шул ваҡытта ауылдың икенсе урамында йәшәгән оло кәүҙәле, йыуан ғына кеше үтеп барған. Быларҙың ат һуйғанын күреп, хәбәрләшеп китер өсөн эргәләренә килә. Аттың ҡаҙылығына үҙенең бармаҡтарын ҡуйып үлсәй ҙә: “О-о-о, хужа атың бик һимеҙ ҙә, тик ҡаҙылыҡ майы ике генә иле шул”, — тигән. Хужаның асыуы килһә лә, бер ни ҡыла алмаған һәм аттың хаҡын дүрт иленән ике илегә ҡалдырып кәметергә мәжбүр булған.
Шулай итеп, хужаның ҡаҙылығы Мөхәмәт илеһе менән икәүгә генә тороп ҡалған. “Мөхәмәт илеһе” тигән лаҡап беҙҙең ауылда әле лә халыҡтың теленән төшмәй.
Й. ЗАРИПОВ.Салауат районы.