Йәшелсә боҙолмаһын тиһәң...19.12.2017
Йәшелсә боҙолмаһын тиһәң...— Элегерәк мөгәрәптең кирбес стеналарын эзбиз оно менән ағарта торғайным. Улай мәшәҡәте күберәк. Ишетеүемсә, махсус төтөн шашкалары бар икән. Йәшелсәгә ауырыу таратҡан бәшмәктәрҙе һәм күгәргән урындарҙы бөтөрөү өсөн тағы ниҙәр ҡулланыла?


— Көҙөн баҡсасыларҙың өс төп эше була: мөгәрәпте һәм баҙҙы йәшелсә һалыуға әҙер­ләү, теплицаны киләһе йылға йү­нәткеләп ҡуйыу, тиреҫен яңыртыу, өйҙө һәм һарайҙы йылытыу сараһын күреү. Был эш­тәр­ҙең барыһы ла ауырыу та­рат­ҡан сығанаҡтарҙы бөтө­рөү­ҙән ғибәрәт. Элегерәк кәш­тә­ләр­ҙе хлорлы эзбиз, аҡбур, ба­ҡыр йәки тимер купоросы менән эшкәрткәндәр. Һуңғараҡ көкөрт­лө төтөн шашкаларын ҡуллана башланылар (фумигация). Кө­көртлө газ, ағасҡа үтеп инеп, йәшелсәне сереткән ауырыу­ҙар­ҙы бөтөрә, ләкин бындай де­зинфекция мәшә­ҡәтле, һау­лыҡ өсөн дә хәүефле. Унан да бигерәк, әле һанап кителгән саралар ваҡытлыса ғына, һәм улар бөтә ауырыу таратҡан мик­роорганизмдарҙы ла бөтөрә алмай.
Ғалимдар яңы фунгицид һәм антисептик тәҡдим итә — картоцид. Тәүҙә уны йәшелсә һәм емеш-еләк ҡоротҡостарына ҡаршы ғына ҡулланалар. Әйт­кәндәй, был яҡлап ул үҙен яҡшы яҡтан күрһәтә. Һуңыраҡ инде бүтән мөмкинлектәре лә асыла: баҡһаң, картоцидты дауалау һәм сирҙе иҫкәртеү өсөн дә ҡул­ланып була икән. Ул — ағас, кирбес, бетондан яһалған йорт­тарҙа бактерияны, мүктәрҙе бөтөрөү, күгәргән урындарҙы эшкәртеү өсөн алмаш­тыр­ғыһыҙ препарат. Уның менән шулай уҡ ағас йәш­никтәрҙән алып тоҡтарға тиклем, хатта ерҙе лә эшкәртеп була. Әгәр ҙә эшкәр­теләсәк майҙан ҡоро булһа, бер дезинфекциялау бер нисә йылға етә. Ә бына дымлы мөгә­рәптәрҙә, баҙҙа йыл һайын үткәрелә.
Картоцидты ҡулланыу ябай ғына: тәүҙә эшкәртеләсәк ерҙең бысрағын һөртөп, һепереп сы­ғаралар. Һуңынан инструкция буйынса картоцид иҙмәһен әҙерләп һиптерәләр. Күрһәтел­гән ваҡыт үткәс, йәшелсәләрҙе һалырға ла мөмкин.
Ошондай уҡ сара теплицалар өсөн дә ҡул­ланыла. Тәүҙә йәшелсә ҡалдыҡтарын, һабаҡ­та­рын йыйып алалар ҙа картоцид менән рам­дар­ҙы, быяла йәки полиэтилен япманы, ерҙе эшкәртәләр.
* * *

— Ҡышҡылыҡҡа ҡайнат­ма өсөн күпләп алма кипте­рәм. Ләкин уларҙың байтаҡ өлөшө күгәрә...
— Йоҡа итеп турап кипте­релгән алма йә грушаны кизе-мамыҡ туҡыманан тегелгән тоҡсайҙа һаҡларға кәрәк. Киптерелгән емештәр яҙға тиклем тәмен юғалтмаһын өсөн, тоҡсайҙы тоҙло һыуҙа 15-20 минут ҡай­натып, һыҡмай киптереү яҡшы.

* * *

— Тоҙланған помидор, ҡыяр банкаларын асҡас, күп тә тормай, аҙыҡтың өҫкө өлөшө күгәрә башлай. Быны туҡтатып буламы икән?
— Әле ашалып бөтмәгән йәшелсәгеҙ бер аҙҙан бәҫләнеп, күгәрә башламаһын өсөн һыуына аҙ ғына гәрсис һалы­ғыҙ. Тоҙланған йәшелсәнең төҫө асылып китер һәм боҙол­май оҙаҡ һаҡланыр.


Вернуться назад