Баҡсаң йылы юрғанын “ябындымы”?19.12.2017
Баҡсаң йылы юрғанын “ябындымы”?Ҡыш ҡапҡаһын асты. Был ай – аҡ тунлы, буранлы ҡарлы айҙарға инеү осоро. Нәҡ ошо мәлдә көндәр һалҡынайып, тәүге ун көнлөктә сана юлы төшөүсән.


Был осорҙа еләк-емеш ағастары ҙур һынауға дусар була. Ҡайһылары әле һа­ман йоҡоға тал­маған, тамырҙары тын алып, йәшәүен дауам итә. Һалҡын көн­дәрҙә ер өҫтө туңа. Ҡар яумаған йылдарҙа декабрь баштарындағы һалҡындарҙың ағас тамырҙарын туңдырыуы ихтимал. Шуға улар­ҙың тирә-яғына тиреҫ һәм торф сығарыу зарур. Көҙҙән еләк-емеш төптә­ренә иретмә, быс­ҡы вағы һалынһа, үҫен­теләрҙең тамыры һыуыҡ­ҡа бирешеп бармай, ә ботаҡтар иһә 40 градус һалҡын­дарҙы ғына ауыр үткәрә.
Тамырҙары ер өҫтөндә тиерлек тарал­ған еләк-емеште айырыуса һаҡларға кә­рәк. Был осраҡта ҡар туплау мөһим. Әгәр ҙә ҡар ҡатламы 50 — 70 сантиметр икән, һауа температу­раһы унда бер нисә тап­ҡырға юғарыраҡ була. Ҡалын ҡар ҡатла­мы, берҙән, йылы юрған ролен үтәһә, икен­сенән, дымды ла арттыра. Мәҫәлән, белгес­тәр әйтеүенсә, ерҙәге 10 сантиметр ҡалынлы­ғын­дағы ҡар һәр гектарҙа 300 тоннаға тиклем дым туплай. Беҙҙең климат шарттарында ерҙе дым менән тәьмин итеү өсөн 45 — 50 сантиметр ҡар булыуы мотлаҡ. Ошо запас яҙ ҡоро килгән йыл­дарҙа еләк-емеш уңышын хәл итә.
Ҡышын емеш ағастарына сысҡандар ҙур зыян килтерә. Шуға ағастарҙың тирә-яғына креолин һеңдерелгән бысҡы вағы һалалар. Креолин бул­маһа, олондарына ылыҫлы ағас ботаҡтары бәйләйҙәр. Был эштәрҙең барыһын да башҡа юл менән дә башҡарып була. Ҡар яуғас, иренмә­йен­сә генә ағас тирәләрен тапап торорға кәрәк. Сысҡандар, ғәҙәттә, йом­шаҡ ҡар аҫ­тынан аҙыҡ эҙләй, ә ҡаты ерҙе урап үтеү­сән.
Был айҙа баҡсаларҙа ҡоро­ған ботаҡтар киҫелә, ағастар формалаштырыла.


Вернуться назад