Тамһа, ҡайғырма19.12.2017
Кейемдәге таптар төрлө булыуы мөмкин: май, ҡара, ыҫмала, аҙыҡ, майлы буяу. Йыуған саҡта бындай таптар йә шул килеш ҡала, йә тулыһынса бөтмәй. Бындай осраҡта уларҙы махсус ҡулланмалар менән таҙарталар, шунан һуң ғына кейемде ғәҙәттәгесә йыуалар.
Тапты бөтөрөү өсөн матдә һайлап алғанда уның нимәнән икәнлеген белергә кәрәк. Сығышы билдәһеҙ булған таптарҙы бөтөрөү өсөн иң ябай сара — һабынлы йылы һыуҙа йыуыу.
Өҫкө кейемдәге күпселек тап майлы була. Уны төрлө иреткестәр — бензол, скипидар, һатыуҙағы башҡа төрҙәре менән бөтөрөргә мөмкин.
Яңы тапты таҙартыу алдынан ике яғынан да ике-өс ҡат йомшаҡ ҡағыҙ һалып, ҡыҙыу булмаған үтек менән үтекләһәгеҙ, был саҡта майҙың байтаҡ өлөшө ҡағыҙға сыға. Бынан һуң бысранған урынды бензин йәки тап бөтөрөүсе ҡатнашма менән таҙарталар.