Йәш быуын белһен, онотмаһын...21.11.2017
Йәш быуын белһен, онотмаһын...Күптән түгел Ҡыйғы районының Арыҫлан ауылы китапханаһы фонды яңы китап менән тулыланды. “Бәшировтарҙың данлы нәҫеле” (“Славный род Башировых”) тип аталған китапты ошо ауылда тыуып үҫкән Вәсилә Бату ҡыҙы Ғәйнанова (Бәширова) бүләк итте.

“Китапта тормошҡа һөйөү, ихтыяр көсө, ныҡышмаллыҡ, эш­һө­йәрлек кеүек сифаттар ярҙамында тормош юлындағы ауырлыҡтарҙы еңеп, юғары үрҙәр яулаған ғаиләм, яҡындарым тураһында һүҙ бара”, – тип яҙа автор китаптың баш һүҙендә.
Вәсилә Ғәйнанова – талантлы педагог. Тәүҙә Арыҫлан урта мәктә­бендә, артабан Өфө ҡалаһындағы 92-се мәктәп-интернатта эшләгән. 2000 йылдан башлап — З. Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимна­зияһында тарих уҡытыусыһы. Уның уҡыусылары, төрлө бәйгеләрҙә ҡат­нашып, призлы урындар яулай, үҙе фәнни-ғәмәли тикшеренеүҙәр менән әүҙем шөғөлләнә. Эштәре төрлө йыйынтыҡтарҙа баҫылып сыҡҡан. Вәсилә Бату ҡыҙы – уҡыусылар, уҡы­тыусылар һәм ата-әсәләр ара­һында лайыҡлы хөрмәт ҡаҙанған хеҙмәт ветераны. Атаһы Бату Ғүмәр улы Бәши­ров Кушнаренко районының Иҫке Туҡмаҡлы ауылында ябай колхозсы ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килгән. Ғаиләләрендә һигеҙ бала үҫкән.
Йәш быуын белһен, онотмаһын...Бату Ғүмәр улының йәш сағы һуғыш яландарында уҙған. Һуғыш юлын ул Беренсе Белорус фронты составындағы 33-сө уҡсылар ди­визияһының 164-се уҡсылар полкында үткән. Дүрт тапҡыр Советтар Союзы Геройы, маршал Георгий Жуков етәкселегендә дивизия Берлин­ғаса барып еткән. Ун ете йәшендә армияға алынған егет Белоруссияны, Варшаваны азат итеүҙә ҡатнашҡан. Ба­тырлығы өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, өс тапҡыр “Батырлыҡ өсөн”, “Варшаваны азат иткән өсөн”, “Берлинды алған өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Бынан тыш Советтар Союзының Баш командующийы Иосиф Сталин ҡалаларҙы алған өсөн уға Рәхмәт хаттары тапшырған.
Тыуған Башҡортостанына ҡайтҡас, Бату Бәширов институт тамамлап, Ҡыйғы районының Арыҫлан ауылы мәктәбендә ең һыҙғанып уҡытыусы, директор булып эш башлаған. Уның дөйөм эш стажы – 45 йыл. Ошо мәктәптә буласаҡ тормош иптәше, йәш уҡытыусы Фәғимә Латип ҡыҙын осратҡан.
Бату Бәширов ауылда яңы мәктәп төҙөткән, тәүгеләрҙән булып районда кабинеттар системаһын индергән, йәмәғәт эштәрендә, спорт, ижади, хеҙмәт тормошонда әүҙем ҡатнаш­ҡан. Юбилей миҙалдары, Башҡорт­остандың Мәғариф министрлығы, район хакимиәте, мәғариф бүлеге, республика профсоюз комитеты тарафынан Почет грамоталары менән бүләкләнгән.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та ҡул ҡау­шы­рып ултырмаған ул. Һуңғы көн­дәренәсә йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашып, Өфө ҡалаһы Октябрь районының Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары советында эшләгән, йәштәр һәм уҡыусылар араһында патриотик тәрбиә эше алып барған, әрмегә алыныусылар менән осрашып, яҡшы хеҙмәт итеп ҡайтыуҙарын теләп ҡалған.

Ҡыйғы районы.


Вернуться назад