“Ҡара ҡутыр”ҙан нисек ҡотолорға?21.11.2017
“Ҡара ҡутыр”ҙан нисек ҡотолорға?Һуңғы йылдарҙа һауа температураһы бер төрлө генә тормай: ҡыш йылы килһә, яҙын ныҡ һыуыҡтар була, йәйен иһә сүллектәгеләй ҡояш ҡыҙҙыра, етмәһә, ҡоролоҡ йыш ҡабатлана. Быларҙың барыһы ла, әлбиттә, кешеләргә генә түгел, ҡош-ҡорт донъяһына, ағас-ҡыуаҡтарға, башҡа үҫентеләргә лә кире тәьҫир итә. Баҡсасыларға ла көндәрҙең көйһөҙлөгө оло мәшәҡәт тыуҙыра. Кәйефте иң ҡырғаны — еләк-емеш ағастары ҡорой башланы. Бигерәк тә алма менән груша. Төп сәбәп — төрлө ауырыуҙар таралыуы. Шуларҙың иң ҡурҡынысы — “ҡара рак”. Үҙебеҙсә уны “ҡара ҡутыр” сире тип атайыҡ.

Был ауырыуҙың ағас олононда ла, бо­таҡ, хатта япраҡтарҙа ла булыуы мөмкин. “Sрһаеrорsis mаiоrит” тигән бәшмәк бактерияһы ҡайырыға үтеп инә. Тәүҙә ҡара-һоро таптар барлыҡҡа килә, улар уйҙым-уйҙым булып үҫешә лә олон йәки ботаҡты уратып ала. Һөҙөмтәһе билдәле: ҡайыры олондан айырыла һәм зарарланған өлөшө ҡорой.
Бәшмәк ағастың йәрәхәтләнгән, һынған, ярыл­ған урынын һағалап ҡына тора тиерлек: ҡайы­ры­ның аҙ ғына йәнсел­гән өлөшө булдымы — шунда оялай. Әйтер­гә кәрәк, был бәшмәк бик сыҙамлы. Ҡу­тыр-ҡутыр булып ҡал­ҡып сыҡҡан өлөш­тә мицелий рәүе­шендә ҡыш сыға ла тағы үҙенең ҡара эшен башлай. Ул бигерәк тә йәйен 25-27 градус эҫелә ныҡ үҫешә. Хатта ағастың зарар­лан­маған өлөшөн­дә лә ауырыуҙың ике йыл һаҡланыуы мөмкин. Ғәҙәттә, сирле ағас өс-дүрт йыл эсендә ҡорой. Ауырыуҙың тәүге билдә­һе яп­раҡ­тарына сыға. Тимгел-тимгел ҡыҙғылт-һоро ваҡ ҡына бөрсөк­тәр, япраҡты бүрттереп, ҡара-һороға әйләнә, ҙурая. Ә алты-һигеҙ аҙна эсендә, емештәр өлгөргәнсе, ҡойола башлай. Алмала ҡа­ра­һыу-һоро таптар, зарарланған өлөштә бәшмәк-пикнид барлыҡҡа килә. Емеш яйлап ҡарая, йыйыр­сыҡ­ланып кибә.
Ағасты ауырыуҙан ҡотолдороп булмай икән, уны киҫәләр, ботаҡтарын яндыралар. Шулай ҙа һаҡлау саралары бар. Әйтәйек, ҡояш нурҙарынан, һалҡындарҙа ҡайыры ярылмаһын өсөн бо­таҡтарҙың төп өлөшө эзбиз иретмәһе менән буяла (10 литр һыуға 2-2,5 килограмм эзбиз һәм 0,4-0,5 грамм тимер купоросы ҡушыла). Сирле ағасты киҫкәс, уның урынына яңы емеш ағасы ултыртылмай, сөнки бәшмәк-пикнидтың ауырыу күҙә­нәктәре тороп ҡалырға мөмкин.
Тағы бер мөһим нәмәгә иғтибар итергә кәрәк: ҡара ҡутырға бирешмәһен өсөн ағастар көслө булырға тейеш. Әгәр ҙә үрҙә әйтелгән ауырыу барлығын белһәгеҙ, тәүге мәлдә дауалап була. Бының өсөн үткер бысаҡ менән ҡайыры киҫеп алына һәм баҡыр купоросы (1 литр һыуға — 10 грамм) шыйыҡсаһы менән йыуыла. Һуңынан баҡса елеме менән һылана. Был эштәр иртә яҙ һәм көҙ башҡарыла.


Вернуться назад