Көҙгө ел ағастарҙан һуңғы япраҡтарҙы өҙә. Көндәр ҙә һыҡтап-һыҡтап ҡуйғандай, күҙ йәше ямғыр булып быҫҡаҡлай, ҡар күҙе күренә. Баҡсалар бушап, һороға мансылып ҡалған, аҡ юрған ябынырға әҙерләнә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бында эш тә, көндәлек мәшәҡәт тә етерлек. Ҡышҡы йоҡоға талғансы, сүп-сарҙан, ҡороған ботаҡтарҙан арынырға кәрәк. Бынан тыш, ағас, ҡыуаҡ төптәренә органик ашлама – тиреҫ, көл, самалап ҡош-ҡорт тиҙәге индерелә.
Ҡайһы бер баҡсасылар алма, груша һымаҡ ағастарҙың олондарын эзбиз менән ағарта. Был сара бәшмәк ауырыуҙарынан күпмелер һаҡлаһа, иң мөһиме – ҡояшлы көндәрҙә олон йылынып һалҡындарҙа туңған саҡта ҡабыҡҡа ярылырға ирек бирмәй.
Ҡарағат, крыжовник, ҡурай еләге сыбыҡсаларын бергә тарттырып бәйләүселәр бар. Был да белгестәрҙә ике төрлө ҡараш тыуҙыра. Ҡайһыһылыр әйтеүенсә, уларҙы бәйләһәң, ҡар өҫтөндә ҡалған өлөшө туңа. Икенселәре, киреһенсә, бөтә сыбыҡсалар ҙа ҡар аҫтында ҡалһа, баҫылып һыныу ихтималлығын әйтә. Ҡарағат, крыжовник менән шулай булһа ла, ҡар ҡалын ятҡан ерҙә ултыртылған ҡурай еләге сыбыҡсаларын уйҙым-уйҙым бергә йыйыу кәрәктер. Уларҙы ергә ятҡырып, эргәләренә сөй ҡағып та бәйләп ҡуялар.
Ашлама индереүгә килгәндә, баҡсала тупраҡты дөрөҫ эшкәртеү ҙур әһәмиәткә эйә. Ағас олоно тирәһендәге бер квадрат метр ергә биш-ете килограмм органик ашлама һалына. Тиреҫтән тыш, ҡатнаш ашлама, сереп тупраҡҡа әйләнгән үлән, тарҡалған торф файҙаланыла. Минераль ашламалар (фосфор һәм калий) ағасты уратып, 30-40 сантиметр тәрәнлектә соҡор ҡаҙып та керетелә. Ун йыллыҡ ағастарҙың һәр береһенә 300-400 грамм суперфосфат, 150-200 грамм хлорлы калий индерергә кәрәк. Ныҡ әскелтем тупраҡҡа бер квадрат метрға 300-400 грамм иҫәбенән эзбиз һибергә тәҡдим ителә.
Тәүге ҡар күҙҙәре күренгәс, ҡырҡ көндән һуң ята, тиҙәр. Ҡасан ятыуына ҡарамаҫтан, еләк плантацияларында ҡар тотоу хәстәрен күрергә кәрәк. Ҡайһы бер йылда көҙ ҡоро килә. Һалҡындар иһә үҙен көттөрмәй. Дымы булмаған ер туңа, ярыла. Еләктәрҙең, емеш ҡыуаҡтарының тамыры өҫтә була, шуға зарарланып, туңып бара. Һынған, нәҙек епсәлек ботаҡтарҙан арыныу ҙа – ҙур эштәрҙең береһе.
Ҡыш етеп килә, барыбер бөтә нәмә ҡар аҫтында ҡала, тип тынысланырға ярамай. Баҡсала эш, миҙгеленә ҡарап, йыл буйы дауам итә.