Ҡабаҡ һимереүгә юл ҡуймай21.11.2017
Дауалау өсөн ҡабаҡтың емеше һәм орлоғо ҡулланыла. Емеше составында төрлө биологик актив матдәләр бар: пектин, витаминдар (С, В1, В2, РР), минераль тоҙҙар, органик кислоталар һ.б. Орлоғон­да май күп, фитостериндар, микроэлементтар, шулай уҡ шифалы матдәләр табылған.

Ҡабаҡтың емеше — бына тигән диетик аҙыҡ, уны ашау ашҡаҙан-эсәк эш­мәкәр­леген яйға һалырға ярҙам итә. Йөрәк, бауыр һәм бөйөр сирләгәндә, шешенгәндә, биҙгәк тотҡан­да, нервылар ҡаҡшағанда, йо­ҡоһоҙлоҡ йонсот­ҡанда, подагра, атеро­склероз сирҙә­ренән, аҙ ҡан­лылыҡтан ҡулланыу фай­ҙалы. Бынан тыш, был ри­зыҡ эс ҡа­тыу­ҙан килешә, һимереүгә юл ҡуймай.
Бауыр һәм бөйөрҙәр ауырт­ҡанда ҡабаҡ емеше һутын да эсергә мөмкин: иртәле-кисле ярты-бер стакан. Ошо күләмдәге һутты төнгә ҡарай ҡабул итеү йоҡоһоҙ­лоҡ­тан файҙалы.
Сей ҡабаҡ емешенең иҙмәһе экзема кеүек тире ауырыуынан, тәндең беше­үенән файҙалы. Был иҙмә һөртөү, һылау рәүе­шендә ҡулла­нылырға тейеш.
Ҡабаҡ орлоғо ярҙамында эсәк­тәрҙәге таҫма паразиттарҙан, аскарида кеүек йомро селәү­сендәрҙән ҡотолоп була. Дауалау алым­да­рының бере­һе: 300 грамм сей ҡабаҡ орлоғон таҙар­тып, ентекләп иҙеп, уға дүрт-биш аш ҡалағы ҡайнатылған һыу ҡушып бутарға кәрәк. Тәм өсөн өс-биш аш ҡалағы шәкәр йәки емеш-еләк ҡайнат­маһы өҫтәргә мөмкин. Ошо ҡатнаш­маны урта йәштәге кеше бер сәғәт буйы әҙләп ашап бөтөрә. Шунан һуң бер сәғәт үткәс, эсте ­йом­шартҡан магнезий тоҙо (уның миҡ­дарын дауалаусы табип бил­дә­ләй) ярты стакан һыуҙа иретеп эселә. 30 минут­тан һуң клизма ҡуйыла. Балаларға, йәшенә ҡарап, ҡабаҡ ор­лоғо әҙерәк бирелә: өс-дүрт йәш­тәгеләренә — 75 грамм, биш-алты йәштәгеләргә — 100 грамм, 10-15 тул­ғандарына — 200 грамм. Әлбиттә, был дауалау табип билдәләүе буйынса үтергә тейеш.

В. ҒҮМӘРОВ.


Вернуться назад