Йәшелсә бешереүҙең сере бар21.11.2017
= Йәшелсәне пластмасса таҡтала турау яҡшыраҡ, сөнки ағас таҡта уның һутын һеңдерә.
= Ҡайнап торған һыуға һалғанда, витаминдары һәйбәтерәк һаҡлана.
= Еҙ һауытта йәки тимер кәстрүлдә бешергәнгә ҡарағанда, йәшелсә өсөн эмаль йәки алюмин һауыттарҙы һайлау яҡшыраҡ – витаминдары юғалмай.
= Йәшелсә өсөн ит турағысты файҙаланғансы, ҡырғыс ҡулланыу һәйбәтерәк.
= Тоҙланған һыуҙа бешергәндә, йәшелсәнең туҡлыҡлы матдәләре күберәк һаҡлана, тәмлерәк тә була.
= Ярмаланып торһон, тәмле булһын тиһәгеҙ, картуфты тоҙло һыуҙа һәм әкрен утта бешерегеҙ.
= Әҙ генә сода өҫтәһәң, картуф кәтлиттәре ҡабарып торасаҡ.
= Картуф бешергәндә кәстрүлгә әнис йәки бер бүлкә һарымһаҡ һалһаң, ул тәмлерәк була.