Һыуытҡысһыҙ ҙа һаҡларға була21.11.2017
— Көҙ етә башлаһа, еләк-емеште, тоҙланған йәшелсәне, ҡайнатманы ҡайҙа урынлаштырып бөтөргә белмәйбеҙ. Барыһын да һыуытҡысҡа тултырып булмай бит инде...
Р. ЛАТИПОВА.
Саҡмағош районы.
Бер нисә төр йәшелсәнән әҙерләнгән ризыҡтарҙы һаҡлау ысулын тәҡдим итәбеҙ. Мәҫәлән, япраҡлы салатты йылымыс һыуҙа сайып, полиэтилен тоҡсайҙа һыуытҡысҡа туңдырырға ҡуялар.
Ҡайнатма, консервалар һәм ыҫланған аҙыҡ бүлмә температураһында ла яҡшы һаҡлана. Шулай уҡ картуф, башлы һуған, һарымһаҡты ла һыуытҡысҡа ҡуймайҙар.
Ҡабаҡ, ҡауын, баклажандарҙы һыуытҡыста тотоуҙан уларҙың сифаты яҡшырып китмәй. Әгәр ҙә тышы сыйылмаһа, уйылмаһа, ҡышын да шкафта яҡшы һаҡлана. Ҡабаҡтың иһә яҙға тиклем тороуы мөмкин.
Әгәр баклажанды оҙаҡ һаҡлайым тиһәгеҙ, консерваларға ваҡытығыҙ юҡ икән, уны, нәҙегерәк итеп ҡырҡып, киптерергә була. Бәшмәк һымаҡ итеп теҙеп элеп ҡуялар.
Тропик емештәрҙе, мәҫәлән, ананас, банан, киви, мангоны бөтөнләй һыуытҡыста тотмайҙар. Гранат та һалҡынды яратмай. Иң һәйбәте — бер нисә ҡат ҡағыҙға төрөп, ҡоро урында, бүлмә температураһында һаҡлау.
Виноград һыуытҡыста ла, бүлмәлә лә бик тиҙ һоро төҫкә инә, шуға ла уны һаҡлар өсөн һатып алмайҙар.