Ғәҙәттә, баландың емешен туңдырғас, һутланып бешеп, ҡулда һытылмай башлағас йыялар. Ҡайһы бер кеше уны тәлгәшләп тә элеп ҡуя. Нисек кенә булмаһын, балан йыйыр мәл етте. Беҙ иһә уның шифаһы тураһында яҙмаҡсыбыҙ. Балан һуты үҙәк нервы системаһын тынысландыра, тартышыуҙарҙы яҙылдырырға ярҙам итә. Уны биҙгәккә ҡаршы, тирләткес дарыу, витамин сифатында, йыуан эсәк ауырыуы мәлендә, эсте йомшартыу һәм сирҙе йоғошһоҙландырыу өсөн ҡулланалар. Балан һуты ашҡаҙан һәм бөйәндең сей яраһын бөтәштереүгә булышлыҡ итә, ауыртыуҙы баҫа. Уны ашҡаҙанда һәм эсәктәрҙә яман үҙгәрештәрҙе булдырмау өсөн, шулай уҡ бауыр ауыртҡанда эсергә тәҡдим итәләр. Халыҡ медицинаһында баланды шештәргә ҡаршы дарыу сифатында һәм бала төшмәһен өсөн дә файҙаланалар.
Бал ҡушылған һутты (1:2) сирек стаканлап ашар алдынан көнөнә өс-дүрт тапҡыр эсергә ҡушалар.
Балан япраҡтарынан эшләнгән һутты ҡаты ауырыуҙарҙан һуң, фурункулез мәлендә, тирегә сабыртма, тимерәү сыҡҡанда ҡулланалар. Бал ҡушылған һутты (1:1) сирек стаканлап көнөнә өс тапҡыр эсергә кәрәк. Зарарланған урындарға һутты һөртөү ҙә файҙалы. Шәкәр менән болғатылған баланды йә иһә бал ҡушылған ҡайнатманы йүткергәндә, ангина, һары ауырыуы менән сирләгәндә, диатез булғанда тәҡдим итәләр.