Мөғжизә: боҙлоҡ дәүеренең орлоғо21.11.2017
Мәскәү эргәһендәге Пущино фән ҡаласығында урынлашҡан Физика-химия институты ғалимдары боҙ осорондағы үҫемлекте “терелтә” алған.
Биологтар Себерҙәге Колыма йылғаһы ярында боронғо йомран ояһына юлыға. Уны тикшергән ваҡытта хайуандың “келәт”ендә орлоҡ табалар. Мәскәүгә алып ҡайтып тикшереп ҡараһалар, бәләкәй генә ҡыуаҡ рәүешле тар ғына япраҡлы үҫемлектеке булып сыға. Ул әле лә Яҡутстандың ҡырыҫ тәбиғәте шарттарында үҫә икән. Билдәле, күпмелер үҙгәргән хәлдә. Меңәр йылдар элек йомрандар 38 метр тәрәнлеккә ташыған орлоҡтар ете градус һалҡынлыҡта ярайһы һаҡланған.
Орлоҡ шытып сығып, үҫентеләр ебәргән дә инде. Биологтар уны тупраҡҡа ултыртҡан. Уларҙан яңы орлоҡ алып, хәҙерге Яҡутстанда үҫкәндәре менән “ҡауыштырмаҡсылар”. Был инде боронғо үҫемлектең беҙҙең шарттарҙа үҫеүенә булышлыҡ итәсәк.