Баҡса йәшелсә, еләк-емеш үҫтереү генә түгел, ял урыны ла икәнен һәр кем яҡшы белә. Шуға ла күңеленә яҡын ағастарын ултырта, сәскәләр үҫтерә, яһалма күлдәр булдыра, үҙенсәлекле юл-һуҡмаҡтар һала. Бөгөн баҡсаларҙың тағы бер биҙәге бар — йәнлек, ҡош һындары яһап, һатып алып ултыртыу.Нисек кенә булмаһын, һатыуҙа ниндәй генә һындар тәҡдим итмәһендәр, үҙең яһағанына етмәйҙер. Был сағында ижади ҡомар барлыҡҡа килә. Мин ниндәйҙер фигура әүәләр алдынан ике майонез һауыты цемент, шунса уҡ он, бер биҙрә гипс, ике төргәк туалет ҡағыҙы һәм бер банка ПВА елеме (0,9 килограмм) алам. Һыуҙы иһә кәрәккәнсә ҡулланам.
Бер һауытҡа цемент, он, гипсты һалып бутайым. Икенсе һауытта ҡағыҙҙар менән елемде айырым ҡушып болғатам. Бер төрлө масса барлыҡҡа килгәс, тәүге цемент, гипс, ондан торған иҙмәне һалам. Шулай итеп, “ҡамыр” баҫам. Һыуҙы гелән кәрәккәнсә генә һалып торам.
Материал әҙер. Ниндәй генә һын әүәләргә уйлаһағыҙ ҙа, тәүҙә формаһына ярашлы каркасын, йәғни тимер сымдан, башҡа материалдан үҙәген әҙерләргә кәрәк. Шулай иткәндә, фигуралар ныҡлы була, материал да аҙыраҡ тотонола.
Ағастан да ниндәй генә ҡулланмалар яһамайҙар. Бигерәк тә сәскәләр ултыртыу өсөн. Хәҙер көҙ етә. Ҡышҡа табан уйланырға ла, ижад итергә лә ваҡыт етерлек була. Иренмәҫкә, фантазияңды эшкә егергә генә кәрәк.