Көҙгө мәшәҡәттәр башланды26.09.2017
Көҙгө мәшәҡәттәр башланды Ҡайһы бер кеше: “Быйыл йәй булманы”, — тип уфтана. Ямғыр яуҙы ла яуҙы, йәнәһе. Баҡсасыларҙың эше лә “еңелләште” — йәшелсәгә һыу һибергә кәрәкмәне. Уның ҡарауы, башҡа мәшәҡәттәр өҫтәлде: еләк-емеш һеркәләнмәй ҡалды, был уңышҡа кире йоғонто яһаны, бәшмәк ауырыуҙары артты. Нисек кенә булмаһын, йәй миҙгеле уҙҙы. Хәҙер иһә үҫтерелгәнде йыйып алып, баҡсаны яйлап ҡышҡылыҡҡа әҙерләү мөһим.


Йәшелсәһе йыйып алынған түтәлдәрҙән, картуф ҡаҙылған ерҙәрҙән һабаҡтарын, сүп үләндәрен таҙарталар. Помидор, картуф һабаҡтары түгелә. Буш урындарға органик ашлама, тиреҫ индерелә.
Был ай — баҡсала уңыш йыйыуҙы теүәлләү, көҙгө эштәрҙе тамамлау осоро. Бөтәһенән элек, баҡсаны яҡшылап таҙартырға кәрәк. Компостланған үҫемлек ҡалдыҡтары һәйбәт органик ашлама буласаҡ. Күптәрҙе баҡсаны көҙҙән ҡаҙып ҡуйыу-ҡуймау ҙа уйландыралыр. Был йәһәттән хәҙер төрлө тәҡдимдәр бар. Нисек кенә булмаһын, ҡаҙып ҡалыу хәйерлерәк. Ағас, ҡыуаҡ төптәрен һәнәк менән йомшартһаң, тамырҙарына зыян килмәй. Көҙ ҡаҙылған ерҙе тағы яҙын ҡаҙмайҙар, был тупраҡты киптерә генә. Тимәк, яҙын былай ҙа ваҡыт наҡыҫ булғанда, көҙҙән эшеңде бөтөрөп ҡуйыу хәйерлерәк. Дым тотор өсөн дә, сүп-сар тамырынан арыныр өсөн дә ҡулай мәл.
Ҡарағат, крыжовниктың ҡороған, ҡарт сыбыҡсаларын киҫеү өсөн дә ҡар яуғанын көтөргә ярамай. Йылы көндәрҙә был йәһәттән бик күп эш башҡарырға мөмкин. Ҙур ағастарҙың олондарын эзбиз менән буяп, ай аҙағында йәш ағастарҙы ҡуян, сысҡан кимермәһен өсөн әрем һабаҡтары менән тартып бәйләйҙәр. Ләкин ҡарағат, крыжовник ҡыуаҡтарын бәйләргә кәрәкмәй. Улар ҡар аҫтында баҫып тороп, ҡышҡы селләлә туңыуы ихтимал. Ә ҡурай еләгенең быйылғы үҫентеләрен ергә эйелдереп бәйләп ҡуялар. Шулай иткәндә, улар тәүге яуған ҡарҙа уҡ ҡаплана һәм өшөмәй.
Ағас-ҡыуаҡтар йоҡоға талырға әҙерләнеп, үҫеүҙән туҡтай. Нәҡ ошо осорҙа йәш үҫентеләр ултыртыу башлана.


Вернуться назад