Тыуған йорт байлығы15.09.2017
[thumb=left]https://bash.bashgazet.ru/uploads/posts/2017-09/1505383278_mazhitova.jpg[/thumb]— Бер көн ун биҙрә ҡыяр йыйып алып тоҙлап ҡуйҙым. Әле тағы ике биҙрә индерҙем. Уларына кишер ҡушып, салат яһарға уйлайым.
Шулай тип аптыратты беҙҙе Гөлшат Мәжитова. Бының нимәһенә ғәжәпләнергә һуң, тиеүселәргә аңлатып китеү кәрәктер. Беренсенән, хужабикә уларҙы теплицала түгел, ә ерҙә үҫтергән. (Быйыл күп баҡсасылар теплицала ла, ерҙә лә ҡыярҙарының һарғайып, япраҡтары кибеп бөтөүенә зарлана). Икенсенән, Гөлшат ханымдың йәшелсәләрен көн дә ҡарап торорға мөмкинлеге юҡ. Үҙе Мәләүез ҡалаһында йәшәй, ә баҡсаһы — Нөгөш ҡасабаһында. Күберәк ял көндәрендә генә килеп баҡсаһы менән шөғөлләнергә мөмкинлек таба. Дөрөҫ, быйыл йәйге ялын йәшелсә үҫкән мәлгә тап килтереп алды. Улы Нур ҙа, Себерҙән ҡайтып, ярҙамлашты, өлкәне Руслан да ауыр эштәрҙе башҡарҙы. Матур булды уңыштары. Алты түтәл һуған сәскәйнеләр. Ҙур үҫеп ҡыуандырҙылар.
Нөгөштәге йорт — Гөлшаттың ата-әсәһенең өйө, тыуып үҫкән төйәк. Ғәзиз кешеләре бер-бер артлы мәрхүм булғас, йортто һатып, аҡсаһын бөтә туғандарына уртаҡ бүлешеп алырға тәҡдим итеүселәр ҙә табылды, ләкин Гөлшат апайҙары, өлкән бала булараҡ, икенсе төрлө уйланы. Ҡала кешеләренә, балаларына, ейәндәренә йәй көндәрендә килеп ял итергә төп йортто һаҡлап алып ҡалырға тырышты. Етмәһә, хәҙер Нөгөш күп туристың яратҡан ял урынына әйләнде. Шундай саҡта кеше тыуған йортто һатамы! Ярай, һаттың да ти, бүлешә башлаһаң, ул аҡсаға нимә генә алаһың, ә бында, тыуған йортта, атай-әсәй менән бәйле күпме иҫтәлектәр һаҡлана. Килгән һайын улар менән осрашҡан кеүек булаһың. Рухтары ҡыуанып, яндарында ғына йөрөй кеүек. Тыуған йорт ишеге һәр туғанына ла асыҡ. Әйҙә, йәй буйы сиратлап та, күмәкләп тә килһендәр. Балалары, ейәндәре олатай-өләсәй йортон белеп үҫһен. Ерҙә үҫкән емештәрҙән ауыҙ итһен.
Нисә йыл ултырған тыуған йорт, кеше йәшәмәгәс, иҫкерә, туҙа башлай. Уны рәтләп алыр өсөн Гөлшатҡа күп сығым түгергә тура килә. Әлдә Руслан менән Нур улдары — ҙур ярҙамсылары. Ихаталарын профнастил менән уратып алдылар, өйҙәрен заманса материалдар менән көпләнеләр. Эстән бүлмәләргә бүлеп, обой йәбештереп сыҡтылар. Әле лә эше бөтәһе түгел. Шулай ҙа матур булып ҡалды.
Баҡса тулы сәскә, гөлдәр, емеш ҡыуаҡтары, йәшелсә түтәлдәре. Уңған хужабикә ниҙәр генә үҫтермәй. Эшкәртергә лә өлгөрә. Ваҡытында һәр йәшелсә-емештең файҙаһын күреп ҡалырға тырыша. Мәҫәлән, баҡса тулып үҫкән укропты ҡышҡылыҡҡа тоҙлай ҙа, киптерә лә, орлоғон да йыйып ала. Йәшел ҡыяҡтарын турап эремсеккә ҡушып ебәрә – файҙалы ла, тәмле лә. Һарымһаҡтың “уҡ”тарын ит турағыс аша үткәреп, сыр менән бутап, икмәккә һылап ашаһаң, бына тигән ҡабымлыҡ була. Юғиһә һарымһаҡтың үҙен генә бик ашап булмай, шуға күрә ҡышҡылыҡҡа ла әлеге “уҡ”тарҙы ит турағыс аша үткәреп, туңдырғысҡа һалып ҡуя. Кәрәк саҡта алып, файҙаланырға мөмкин. Тоҙлап ҡуйғанын ашарға бешергәндә һалып ебәрһәң, ризыҡтың тәме бермә-бер арта.
Гөлшат ханым керән менән помидорҙан да файҙалы тәмләткес яһай. Күптәр унда һарымһаҡ ҡушһа, ул был йәшелсәне ҡулланмай, әсетә, тәмен үҙгәртә, ти. Шуға Гөлшаттың тәмләткестәре яңы яһаған кеүек кенә була.
— Хәҙер Интернет бар бит. Беҙгә бик шәп ярҙамсы ул, — ти хужабикә. — Бөтә рецепт өлгөләрен унан табырға мөмкин. Әлеге ҡыяр менән кишер салатын да шунан уҡып таптым. Корея халҡы яһаған кеүек, кишер әсе, үткер булырға тейеш. Әлбиттә, был салат бөтәһенә лә бик килешеп бармай. Әммә әҙләп картуфҡа ҡушып ашағанда, ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә бик файҙалы, тип уйлайым.
Йәй буйы был йорттан кеше өҙөлмәй. Туғандары, таныштары, дуҫтары, клас­таштары Нөгөшкә ял итергә килә. Тыуған йорт барыһын да ихлас ҡабул итә. Уңған хужабикәнең һәр береһенә яҡты йөҙө лә, ризығы ла етә. Шау сәскәгә күмелеп ултырған йорт ҡунаҡсыл ҡаршылай һәм һый-хөрмәт күрһәтеп, күстәнәсе менән оҙатып ҡала.


Вернуться назад