Ҡауҙылы йорт бәхет саҡыра15.09.2017
— Конкурс өсөн генә тырышманыҡ инде, үҙебеҙ ҙә, ҡыҙҙарыбыҙ Альбина, Айһылыу, Альмира ла матурлыҡты яратабыҙ. Шуға ихатабыҙҙы ла күркәм итеп тоторға тырышабыҙ, — тине Боғдан ауылынан Рәзинә менән Розат Сәфәрғәлиевтәр. Улар ауылда — беренсе, районда өсөнсө урынды алған.
Был йорт тыштан уҡ матурлығы менән ҡаршы ала. Һәр ауыл өйөнөң ҡапҡа төбөндә эскәмйә ҡуйылыуына күнегеп бөткәнбеҙ. Ә Сәфәрғәлиевтәр шул эскәмйәне лә үҙенсәлекле итеп эшләп ҡуйған. Ул арба тәгәрмәстәренә беркетелгән һәм бәүелеп тора. Өй алдындағы баҡсала ҡауҙылар “оялаған”. “Бәпес алып килә” торған был ҡоштар үҙҙәре лә парлы, хужаларға ла бәпес һөйөү ҡыуанысы бүләк иткән. Өфөлә 21-се дауаханала шәфҡәт туташы булып эшләгән ҡыҙҙары Альбинаның бәпәйе тыуған. Инде уртансылары Айһылыу ҙа ғаилә тормошон башлау алдында тора. Иншаллаһ, киләсәктә Айһылыуҙың да, бәләкәстәре Альмираның да бәпес һөйгәнен күрергә яҙһын буласаҡ өләсәй менән олатайға.
Рәзинә менән Розаттарҙың баҡса ере бик ҙур түгел. Шулай булһа ла, унда барыһын да һыйҙырырға тырышҡандар. Теплицаларында помидор, ҡыярҙары ишелеп уңған. Кәртә аръяғында картуф үҫә, ҡабаҡтары ла күтәргеһеҙ булып ҙурайған.
Баҡсалары үҙе бер ихата кеүек: ҡайын ағастары менән кәртә тотолған, күл эшләп ҡуйылған, унда томбойоҡ сәскәһе моңая, аҡҡоштар йөҙә. Уйынсыҡ ҡына булһа ла, ысын кеүек. Беседкала ял итеп алырға мөмкин. Рәзинә ҡышҡылыҡҡа төрлө салаттар әҙерләгән, помидор, ҡыярын тоҙлаған.
Хужаларҙың фантазияһына иҫ китерлек. Теплицаның өҫтөнә ҡояш, болоттар төшөрөлгән, стеналарына сәскәләр яһалған. Хатта ҡул йыуғыстары ла кеше ҡиәфәтендә йылмайып тора.
Өс ботаҡлы ҡайын төпһәһенең өҫтөндәге алһыу суйында ваҡ ҡына зәңгәр сәскәләр үҫеп ултыра.
— Был суйын көршәк — ҡәйнәмдән ҡалған иҫтәлек. Мин килен булып төшкәндә бар ине ул. Күпме тәмле аштар беште, бергә-бергә һыйланған саҡтарыбыҙ, татыу ғүмер итеүебеҙ әле лә иҫтә. Иртән тороп баҡсаға сыҡҡан һайын ҡәйнәмде күргәндәй булам. Ул да беҙгә сәләм биреп торғандай, — ти Рәзинә.
Ул бәхетле ваҡыттарға күпме йылдар үткән. Инде өлкән ҡыҙҙарына ла 27 йәш бит инде. Ә барыһы ла бөгөнгөләй хәтерҙә. Мәктәпте тамамлағас та кейәүгә сыға ул Розатҡа. “Йәнекәйем” тип кенә өндәшә ул иренә әле лә. Рәзинә — почтальон, Розат мал ҡараусы булып эшләй. Сәфәрғәлиевтәр ҡул ҡаушырып ултыра торғандарҙан түгел, шуға ла донъялары етеш, матур.
Ҡыш булһа, Розат баяғы ҡапҡа төбөндәге эскәмйәгә Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы ултыртып ҡуя. Йәнәһе, улар егелгән атта өлкәндәрҙе лә, балаларҙы ла Яңы йыл менән ҡотларға ашҡынып елдереп китеп бара. Атты ла, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы ла ҡарҙан яһап ҡуйыр өсөн ниндәй фантазия һәм оҫталыҡ кәрәклеген аңлауы ҡыйын түгел. Ҡыш бабайлы, Ҡарһылыулы, ҡауҙылы йорт үҙенә һәр ваҡыт бәхет саҡырып тора.
Балтас районы.