Ҡышҡылыҡҡа – йәй тәме12.09.2017
Ҡышҡылыҡҡа – йәй тәмеЙәшелсә һәм еләк-емештән ассорти

Ваҡ ҡыяр, помидор, татлы борос, йөҙөм емеше, алманы бер үк сама алабыҙ, ике-өс теш һарымһаҡ, бер баш һуған, шәфәри, әнис үләндәре, бер лавр япрағы, ике бөртөк ҡара борос, ике-өс сейә япрағы, бер балғалаҡ иҙелгән керән, маринад өсөн бер литр һыуға ике-өс ҡалаҡ шәкәр, ике ҡалаҡ тоҙ, бер балғалаҡ лимон кислотаһы, бер-ике ҡәнәфер бөрөһө кәрәк.
Помидорҙы бер нисә урындан тишәбеҙ, татлы боросто орлоҡтарынан таҙартып, дүрт-биш өлөшкә бүләбеҙ, алманың урта­һын алып, дүрт-һигеҙ өлөшкә ҡырҡабыҙ. Эрерәк булһа, ҡыярҙы ла бер нисә өлөшкә бүлергә мөмкин. Стериллән­гән банка төбөнә йәшел үләндәрҙе, тәмләткестәрҙе һалып сығабыҙ, артабан еләк-емеш, йәшелсә тултырабыҙ. Өҫтөнә ҡайнар маринад ҡоябыҙ. Ҡаплап тороп, бер литрлы банкаларҙы 20 – 30 минут стерилләйбеҙ һәм эҫе килеш һауа үтмәҫлек итеп ябабыҙ.

“Батшабикә өсөн” ҡайнатмаһы

Бер килограмм ҡара емеш, дүрт стакан шәкәр, 200 грамм грек сәтләүеге, тәменсә дәрсен кәрәк буласаҡ.
Ҡара емеште йыуып, төштәрен алабыҙ ҙа киҫәктәргә бүләбеҙ. Өҫтөнә шәкәр һибеп, һуты сыҡҡансы ултыртып торабыҙ. Шунан яй ғына утта сәғәт самаһы ҡайнатабыҙ, күбеген алып торабыҙ. Сәтләүекте таҙар­тып, бик ваҡ итмәй генә бүлгеләйбеҙ һәм ҡайнатмаға әҙер булырҙан 10 минут алда һалабыҙ. Дәрсенде лә ошо ваҡытта һалырға мөмкин. Стерилләнгән банкаға һалып, яҡшылап ябып һаҡлайбыҙ.

Өлгөргән ҡыярҙан тәмләткес

Өс килограмм ныҡ өлгөргән ҡыяр, ярты килограмм башлы һуған, өс теш һарымһаҡ, ярты стакан тоҙ, бер стакан шәкәр, бер стакан үҫемлек майы, өс ҡалаҡ 30 процентлы аш һеркәһе кәрәк.
Ҡыярҙы – шаҡмаҡлап (кәрәк тип тапһа­ғыҙ, ҡабығын әрсергә лә мөмкин), һуғанды ярым ҡулсалап турайбыҙ, һарымһаҡ иҙәбеҙ. Барыһын бергә һалып, шәкәр, тоҙ һибәбеҙ, һеркә, үҫемлек майы ҡоябыҙ. Яҡшылап болғатып, һыуыҡҡа ҡуйып торабыҙ. Иртәгәһенә алып утҡа ҡуябыҙ һәм, ҡайнап сыҡҡас, биш минут тотабыҙ. Стерилләнгән банкаға һалып, яҡшылап ҡаплап ҡуябыҙ.


Вернуться назад