Картуф үҫтереү һәм һаҡлау серҙәре05.09.2017
Картуф үҫтереү һәм һаҡлау серҙәреСәсер өсөн картуфтың шыма, оҙонса, уртаса ҙурлыҡтағыларын һайларға кәрәк. Тәжрибәле баҡсасылар әйтеүенә ҡарағанда, тигеҙ булмаған, кәкре-бөкрө картуфтан көҙ тап шундай уҡ уңыш сыға икән. Ни сәсһәң, шуны урырһың, тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер инде.

***
Картуфты һаҡларға һалыр алдынан сорттарға бүлеү фарыз. Киләһе яҙ сәсә торғандарын айырып алыу кәрәк. Улар 50 — 80 г тирәһе ҙурлыҡта булырға тейеш. Орлоҡ картуфтарын 10 — 12 көн яҡтыла тотоп алыу мөһим.

***
Уңышығыҙ һәйбәт һаҡланһын өсөн йыйып алғандан һуң ике-өс аҙна тирәһе яҡшы елләтелгән, әммә ҡояш төшмәгән урында тотоу һәйбәт. Картуф өйгән “тау”ығыҙ 1,2 метрҙан да бейек булмаһын. Ошо ваҡыт эсендә көрәк тейеп ярылған урындары бөтәшәсәк, ҡабығы нығыраҡ тығыҙланасаҡ. Ниндәйҙер ауырыуҙары булһа, күренәсәк һәм уларҙы айырып һалырға кәрәк.

***
Картуф алыуҙы һуҙырға ярамай. Ул ерҙә ни тиклем оҙағыраҡ ятһа, төрлө сирҙәргә бирешеүе шул тиклем артасаҡ. Уңышты ҡояшлы көндә алырға тырышыу мөһим. Юҡһа уны киптереү мәшәҡәте лә артасаҡ.

***
Йыйған уңышығыҙҙы ҡыш­ҡылыҡҡа һаҡларға һалыр алдынан уларҙы ҙурлыҡтарына ҡарап айырыбыраҡ ҡуйыу кәрәк. Башта уртасаларын иң аҫта ҡалдырыу мөһим, сөнки ҙур картуф ҡыш уртаһына хәтлем генә һәйбәт һаҡлана. Өйөм өҫтөнә сөгөлдөр һәм керән һалып ҡуйһағыҙ, улар артыҡ дымды үҙҙәренә һурып, уңыштың һәйбәт һаҡланыуына ярҙам итәсәк.

***
Инде картуф ҡаҙып алған ер бушағас, уны киләһе йылға әҙерләү эшен дә онотмағыҙ. Бының өсөн ошо ергә һоло, борсаҡ һәм аҡ гәрсис сәсеп ҡуйыу мөһим. Улар картуфты эстән кимергән ҡорттарҙан (проволочник) ҡотолорға ярҙам итәсәк. Үҫкәс, сабып, ер өҫтөндә ҡалдырығыҙ. Шунда ятып, сереп, тәбиғи ашламаға әйләнһен. Яҙғыһын ерҙе еңелсә генә ҡалҡытып иртә сәсә торған орлоҡтарҙы һалып сыҡһағыҙ, уңышығыҙға үҙегеҙ ҙә апты­рарһығыҙ.
***

Һуңғы йылдарҙа ҡайһы бер яҡ баҡсасылары картуфты ҡаҙыр алдынан һабағын сабып ала башланы. Бының да үҙенә күрә сере бар икән. Беренсенән, ун көн самаһы алдан сабып ҡуйырға кәрәк, икенсенән, һабағын 10 сантиметр тирәһе ҡалдырыу мөһим, сөнки ун көн эсендә ҡалған һабағы кибеп, картуф төбөнөң ҡайҙа икәнлеген дә таба алмауығыҙ ихтимал. Унан тыш, шул һабаҡтағы туҡлыҡлы матдәләр картуф бүлбеләренә күсәсәк, ҡабығы ла ҡатасаҡ һәм, әлбиттә, яҡшы һаҡланасаҡ.

***

Картуфты ҡаҙғас та йыйып ала һалырға ашыҡмағыҙ. Ул бер-ике сәғәт ер өҫтөндә ятып кипһен. Был яҡшы һаҡланырға ярҙам итәсәк.


Вернуться назад