Көҙ мәшәҡәттәре05.09.2017
Көҙ мәшәҡәттәреУңышын йыйып алғас та, һәр ағасты һирәкләтеп ҡырҡып сығырға кәрәк. Шулай иткәндә, киләһе йыл емеш бирә торған ботаҡтарҙа бөрөләр барлыҡҡа килеп нығынып ҡаласаҡ. Ҡуйы ботаҡлы ағас, берҙән, тармаҡланып күп урынды ала, икенсенән, уның тирә-яғындағы ботаҡтары ғына емеш бирә.

***
Ҡарағат, сейә, айыу баланының (жимолость) йәш һабаҡтары булмаған ботаҡтарын ҡырҡып ташларға кәрәк. Йәш һабаҡтары ла артыҡ күбәйеп китһә, уларҙы ла йәлләп тормай “тунаһағыҙ”, алдағы йылда мул уңышҡа өмөтләнә алаһығыҙ. Ә бер йыллыҡ көслө һабаҡтарҙы ҡыҫҡартырға ярамай.

***
Ҡурай еләгенең дә емеш биргән ботаҡтарынан, шулай уҡ артыҡ йәш, нәҙек һабаҡтарынан ҡотолоу һәйбәт. Уларҙы ныҡ төптән, ергә тейеп торған урындан ҡырҡырға кәрәк.
Сентябрҙә ҡурай еләгенә һыу һибергә ярамай. Ағас үҫеүҙән туҡтап, ҡышҡа әҙерләнергә тейеш.

***
Ҡырҡҡан ботаҡтарҙы мотлаҡ яндырыу фарыз. Бигерәк тә ҡарағат, ҡурай еләге, айыу баланыныҡын. Күберәге уларҙа һәр төрлө бөжәктәр оялаусан була.

***
Ергә ҡойолған, серегән, ҡортло алма һәм грушаларҙан да ҡотолоу мөһим. Уларҙы йыйып ырғытырға кәрәк.
Емештәре өлгөргән саҡта баҡсалағы ағастарҙы һәр төрлө химикаттар менән эшкәртергә ярамай.

***
Сентябрь — күп йыллыҡ сәскәләрҙе күсереп ултыртыу мәле. Ныҡ тармаҡланып үҫкән, сәскәләре бәләкәсәйгән йәки төҫһөҙләнгән пиондарҙы ваҡлап, бүлеп яңы урынға ултыртһаң, ул яңы һулыш алып үҫәсәк. Тик шуға иғтибар итергә онотмағыҙ: бер һабаҡта ике-өс бөрө булһын һәм улар ер менән тигеҙ рәүештә өҫтә ҡалырға тейеш. Әгәр күмелеп аҫта ҡалһа, пиондың бер нисә йыл сәскә атмай ултырыуы ла ихтимал.

***
Ай календары буйынса ошо көндәрҙә ерҙе эшкәртеүгә, сидераттар сәсергә, ҡышҡылыҡҡа ултыртып ҡалдыра торған йәшелсәләргә — һуған, һарымһаҡҡа — түтәлдәр әҙерләргә, ҡалған емеш-еләкте йыйырға, йәшелсәләрҙе киптерергә, тупраҡҡа ашлама индерергә кәрәк. Өҙөп алып, вазаларға ҡуйған сәскәләр оҙаҡ шиңмәйәсәк. Был көндәр өй гөлдәрен күсереп ултыртырға ла уңайлы тип иҫәпләнә.

***
Иристарҙы ла бүлгесләргә онотмағыҙ. Ҡаҙып алғандан һуң 20 минут самаһы тамырын фунгицид (йәки “Максим” тигән препарат) иретмәһендә тотоп алырға кәрәк. Бүлгесләгәндә “үлгән” тамырҙарын алып ташлағыҙ. Ике-өс бөрөһө ҡалған өлөштәрен алдан әҙерләнгән ергә ултыртығыҙ. Тик “арҡаһы” күмелмәһен, ул ер өҫтөндә ҡалырға тейеш.

***
Был осорҙа бер йәки ике йыллыҡ сәскәләрҙең орлоҡтарын йыйып алырға ла өлгөрөгөҙ. Улар ергә ҡойолмаһын өсөн марлянан тоҡсайҙар бәйләп ҡуйырға ла була. Ямғырҙар йышая китһә, һабағы менән ҡырҡып алып, бүлмәлә киптерергә лә мөмкин. Аҙаҡ ҡағыҙ пакеттарға һалып, исемен, сортын яҙып һалҡынса ҡоро урында һаҡлағыҙ.

***
Августа емеш ағастары үҫеүҙән туҡтай. Уларҙың ҡышҡы һалҡындарға бирешмәй сығыуына ярҙам итер өсөн төптәренә фосфор-калий ашламаһы йәки көл һибергә кәрәк. Был бигерәк тә йәйге айҙарҙа ныҡ үҫкән ағастарға ҡағыла.


Вернуться назад