Малың ауырымаһын15.08.2017
Йорт хайуандары өсөн үҫемлек — ябай, ҡәҙимге аҙыҡ. Улар көтөүлектә ниндәй үлән ашарға яраҡлы, ҡайһыһы ағыулы икәнен шунда уҡ айыра. Ауырыбыраҡ торһалар, хатта кәрәкле дарыу үләндәрен дә эҙләп табалар. Тик йәштәренең генә яңылышыуы ихтимал, ләкин шуныһы ла бар: бөтә мал да көтөүгә йәки ҡырға йөрөмәй, кәртә, ситлек эсендә торғандары ла байтаҡ. Был сағында хужа кеше төрлө үлән ҡатнашмаһын бирә.
Ауырыбыраҡ торған малға дарыу үләне төрлө күләмдә һалына. Мәҫәлән, көйшәүсе һыйырҙың бауыры биологик әүҙем матдәләрҙе шәберәк эшкәртергә һәләтле. Шуға дарыу үләнен күберәк бирәләр, ә аттарға аҙыраҡ һалына. Ҡоштарҙың бүтәгәһендә аҙыҡ “тирмәндә тартыла”, ә ҡыҫҡа эсәктәре тиҙ генә эшкәртә. Ҡанатлылар өсөн дарыу үләне күләме аҙыраҡ, әммә йышыраҡ бирелә.

Төп дарыу сығанағы булған бер нисә йәшелсә, еләк-емеште яҙып үтәйек.
Һырғанаҡ. Ветеринарҙар уны йыш ҡуллана. Һутын йәш быҙауҙарға, сусҡа балаларына, бәрәстәргә аҙыҡ эшкәртеү ағзалары ауырығанда бирәләр. Ашатыр алдынан ун биш минут ҡала бер килограмм ауырлығына ике-алты миллиметр иҫәбенән һалына. Һырғанаҡ майын бешкән, тиреһе һыҙырылған урынға һөртәләр. Ҡайнатҡандан ҡалғанын — жомын аҙыҡҡа ҡушалар. Һырғанаҡ йөрәк-ҡан тамырҙары эшмәкәрлеген яҡшырта.
Ҡабаҡ. Мал, ҡош-ҡорт эсендәге паразит селәүҙәр, ҡорттарҙы сығарыу өсөн орлоҡтарын ҡулланалар. Уның өсөн бер килограмм йәш орлоҡто һигеҙ өлөш һыуға һалып бер сәғәт ҡайнаталар. Шунан һуң өҫкә ҡалҡҡан майын һөҙөп алып, көрпә йәки арыш оно һалалар. Был бутҡа формаһын алһын өсөн эшләнә. Уны өс тапҡыр, ете-һигеҙ көн арауыҡта ашатыр алдынан бирәләр. Ҡаҙҙарға – 40 грамм, өйрәктәргә – 15-20, йәш малға – 5-10 грамм. Артынса һыуҙы туйғансы эсерәләр.
Миләштең емешен аппетитын асыр һәм йәш малдың аш һеңдереү ағзаларын дауалау өсөн бирәләр. Ваҡланған 200 грамм емешкә бер литр һыу ҡойоп 15 минут ҡайнаталар. Йылы миләш һыуын 350 грамлап ашатыр алдынан эсерәләр.
Быҙауҙарҙың, бәрәстәрҙең эсе киткәндә миләш онон һөткә ҡушырға мөмкин. Ҙур малға 100-200 грамм, кәзә-һарыҡҡа – 10-30 грамм. Был туҡлыҡлы ризыҡ. Сирҙе иҫкәртеү өсөн дә ҡулланалар: аҙыраҡ булғанда һейҙеген ҡыуҙыра, күберәктә эсен йомшарта.


Вернуться назад