Баҡса ҡоротҡостары һәм ауырыуҙары15.08.2017
Тәбиғәт йәшеллегендә төрлө бөжәктәр туҡлана һәм үрсей. Уларҙың күбеһе – баҡса ҡоротҡостары.
Ҡоротҡостар үҫентенең үҫеш нөктәһендәге йәш бәбәктәрҙең һутын һура, ҡарышлауыҡтар япраҡтарҙы кимереп, һеңерсәгә ҡалдыра.
Ҡоротҡостар менән бергә бәшмәк ауырыуҙары ла үҫентеләрҙе аяҡтан йыға. Мәҫәлән, алманың ҡутыр (парша) ауырыуы алма япраҡтарын бөгәрләп һала, һөҙөмтәлә алма сирләп ҡутырланып ҡата. Уларға ҡаршы үҙ ваҡытында сара күрелмәһә, улар баҡсаға ҙур зыян килтерә.
Ҡоротҡостар һәм ауырыуҙар менән уңышлы көрәшеү өсөн уларҙың биологик үҙенсәлектәрен: йәшәү, үрсеү, туҡланыу, ҡышлау шарттарын яҡшы белергә кәрәк.
Ҡоротҡостар туҡланыуҙарына ҡарап ике төрлөгә бүленә: берәүҙәре япраҡтың һутын һурып, икенселәре уларҙы кимереп туйына.
Һут һурыусыларға бөрсә, талпан, үлән бете инә. Улар йәш үҫентеләрҙең, йәшел япраҡтарҙың һутын һурып туйына.
Кимереүселәргә төрлө ҡуңыҙҙар һәм уларҙың ҡарышлауыҡтары инә. Улар йәш япраҡтарҙы ашап туҡлана.
Һут һурыусы ҡоротҡостарға ҡаршы уларҙың тиреһе аша үтеүсе ағыулы химикат талап ителә. Кимереүселәргә ҡаршы эсәк аша үтеүсе ағыулы химикат ҡулланыла. Япраҡ кимереүселәргә ҡаршы ҡулланылған химикаттар йыш ҡына һут һурыусыларға тәьҫир итмәй. Һут һурыусыларға ҡаршы ҡулланылған химикаттар япраҡ кимереүселәргә йоғонто яһамай.
Күренеүенсә, һәр төркөм ҡоротҡостоң үҙе өсөн генә тәғәйенләнгән химикаты бар. Мәҫәлән, кимереүселәргә ҡаршы хлорофос (хәҙер уны алыштырғыс), карбофос препараттары ыңғай һөҙөмтә бирә.
Ҡоротҡостарҙың йәшәү, үрсеү, ҡышлау шарттары ла төрлөсә: береһе ҡойолған япраҡ аҫтында ҡышлаһа, икенсеһе тупраҡ ҡатламында ҡурсаҡлана, өсөнсөһө үҙе зарарлаған емеш эсендә ҡала. Ҡоротҡостарҙың бындай йәшәү үҙенсәлектәре уларға ҡаршы уңышлы көрәш алып барыуҙы ҡыйынлаштыра.
Емеш-еләк ҡоротҡостарына ҡаршы иң һөҙөмтәле препарат – нитрофен, ул тиҫтәләрсә ҡоротҡостарҙы, бәшмәк ауырыуҙарын тамырынан юҡ итә. Кешегә, файҙалы бөжәктәргә зыянһыҙ. Нитрофен – ҡара-көрән төҫтәге паста, һыуҙа һәйбәт ирей. Ул иртә яҙ, ағастар бөрө ебәргәнсе файҙаланыла.
Алмағас, ҡарағат ҡыуаҡтарына – 3 процент (10 литр һыуҙа 300 грамм), ер еләгенә, ҡурай еләгенә 2 процент иретмә һиптерәләр.
С. Хажиевтың “Баҡсасы белешмәһе” китабынан.