Бер аҙ кәңәш-төңәш15.08.2017
-Ҡул бысҡыһы шығырлаһа, ҡыҫылһа, ауыр бысһа, тештәренә һабын һөртөгөҙ. Ауыр бысыла торған еүеш йә сайырлы ағасты ла еңел бысырһығыҙ.
-Ҡайсының йөҙөнә балауыҙ йә парафин буяһаң, ул яҡшыраҡ киҫә.
-Бысҡы ҡыҫылмаһын өсөн бысылыусы өлөштәр араһына өҫтән шына ҡуйығыҙ. Бысҡан һайын ул аҫҡа төшәсәк һәм бысҡыны ҡыҫырға ирек бирмәйәсәк. Шынаның ситтәренә ваҡ ҡына киртләс баҫҡыстар яһаһағыҙ, шынаның шылыуы тағы ла көйләнер.
-Одеколон менән скипидар йәки оде­колонға ҡушылған үҫемлек майы ҡатнашмаһы (1:1) менән һөртөп, мебелде көҙгөләй ялтыратырға була. Һуңынан һалҡын һыуҙа еүешләтелгән салфетка йәки фланель туҡыма менән еңелсә һөртөргә лә етен туҡыма менән яҡшылап ҡороторға кәрәк.
-Тоҙ, үҫемлек майы һәм одеколон ҡатнашмаһы (һәр ҡайһыһы бер ҡалаҡ) өҫтәл өҫтөндәге эҫе сәйнүктән ҡалған аҡ таптарҙы бөтөрә. Бының өсөн мебелгә ҡатнашманы һыларға ла бер тәүлеккә ҡалдырырға кәрәк.
-Иҙәнде майлы буяу менән буяр алдынан буяуға йомортҡа ағы (өс килограмм буяуға – алты йомортҡа ағы) ҡушығыҙ. Буяу тиҙ кибә һәм нығыраҡ тора.
-Тәҙрә рамдарын буяр алдынан быяланы уртаға киҫелгән башлы һуған менән һөртөгөҙ. Былай иткәндә һуңынан быялалағы буяуҙы һөртөп алыуы еңелерәк була. Быяланы һеркәгә манылған сепрәк менән һөртөргә мөмкин.
-Иҙәнде йыуғанда һыуға ике ҡалаҡ һеркә ҡушһаң, иҙәнегеҙ ялтырап торор.
-Майлы буяуҙың еҫе оҙаҡ һаҡлана. Ремонттан һуң бүлмәгә тоҙло һыу һалынған ике-өс һауыт ҡуйығыҙ, еҫ тиҙерәк бөтөр.
-Ванна, кухня кафелдәрен сепрәк менән һөрткәндә плиткалар араһы ҡарайып тороп ҡала. Әгәр стенаны һыуҙа иретелгән аҡбур менән һөртһәгеҙ, кафелдәр ялтырап торор, уларҙың аралары аҡ булыр.
-Бысранған обойҙы тиҙ һәм еңел таҙартыу өсөн туҙанды башта һепертке менән һепереп, стенаны ҡоро сепрәк менән һөртөгөҙ, сепрәгегеҙҙе был саҡта йыш-йыш һоло көрпәһенә (овсяные хлопья) тығып алығыҙ.


Вернуться назад