Витаминдар туплар мәл15.08.2017
Еләк-емештең организм өсөн кәрәкле матдәләрҙең күп булыуы һәр беребеҙгә билдәле. Һәр төрө ниндәй шифалы яғы менән айырылып тора һуң?
Еләк (земляника) ашҡаҙан аҫты биҙе эшмәкәрлеген, үт бүленеп сығыуҙы, ҡан яһалыу процесын яҡшырта.
Ҡурай еләге – склерозға ҡаршы һәм эсәктәрҙе һауыҡтырыусы яҡшы сара.
Ҡара ҡарағат С витаминының күплеге яғынан гөлйемештән генә ҡалыша. Тиҙ арығанлыҡты, атеросклерозды кәметергә ярҙам итә.
Крыжовник организмда матдәләр алмашыныуын яҡшырта.
Сейә ҡан баҫымы күтәрелеүен һәм инфарктты иҫкәртеү өсөн һәйбәт.
Ҡыҙыл ҡарағат, ҡараһы кеүек үк, организмдан холестеринды, тоҙҙарҙы сығара, йөрәк эшмәкәрлеге ритмын көйләй.
Һырғанаҡ Е витаминына бай, һөҙөмтәлә склероздан һаҡлай, эндокрин системаһының эшмәкәрлеген яҡшырта.
Энәлек йөрәккә файҙалы.
Балан йоҡоһоҙлоҡ менән ыҙаланғанда тынысландыра, ҡан баҫымы артыуын дауалауҙы еңелләштерә.
Ҡара миләш йодты күп тотоуы менән ҡиммәтле, шуға күрә ул боғаҡ (зоб) ауырыуына ҡаршы яҡшы профилактик сара булып тора.
Әлморон, гөлйемеш – витаминдар һәм биологик матдәләр тупланмаһы.
Алмаларҙың күп сорттары – гиперто­нияға ҡаршы профилактик сара, дизентерия таяҡсаларын үлтерә.


Вернуться назад