Отолма!15.08.2017
Юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙ тигән әйтем бар осраҡта ла тура килмәҫкә мөмкин. Мәҫәлән, әйбер һатып алғанда.
Әйтәйек, һеҙ бик осһоҙ ғына кер йыуыу порошогы күрҙегеҙ, ти. Аҡсағыҙҙы һанарға ашыҡмағыҙ. Ғәҙәти хаҡтан да арзан икән, тимәк, исеме есеменә тура килмәүе ихтимал.
Әйбер һатып алғанда иң тәүҙә уның ҡабына иғтибар итергә кәңәш итәбеҙ. Элегерәк һеҙ алғандағы ҡаптар шыма, полиграфик яҡтан биҙәлеше сағыу булһа, быныһы ниндәй? Ҡытыршы, төҫһөҙ түгелме? Етештереүсенең адресы, тауарҙың сығарылыу датаһы һәм башҡа шундай “ваҡ” нәмәләр теүәл итеп яҙылғанмы — быларҙың барыһы ла мөһим.
Гел өйрәнелгән магазиндарҙан, сауҙа нөктәләренән алырға тырышығыҙ. Ундай ерҙә “һул” тауар һирәгерәк була, сөнки һатыусылар менән һатып алыусылар араһында танышлыҡ нығына. Билдәле, таныш кешене һатыусы алдамай.


Вернуться назад