Кәбеҫтә, редис, шалҡан, торма25.07.2017
Кәбеҫтә, редис, шалҡан, торма Кәбеҫтә килаһы – был ауырыу кәбеҫтә төркөмөнә ингән барлыҡ культураларҙы ла зарарлай. Сирле үҫемлек­тең тамырында оро барлыҡҡа килә. Кила менән зарар­ланған кәбеҫтә күсәнгә йомарланмай. Ауырыу үҫентеләр күсереп ултыртыуға яраҡһыҙ. Вирус ауырыуы тупраҡтан күсә, ә ул тупраҡта 5-6 йыл һаҡлана.Ҡара аяҡ – был бәшмәк ауырыуы үҫентенең тамыр муйынсаһын зарарлай. Һабаҡтар нәҙегәйеп ҡарая. Үҫемлек сереп юҡҡа сыға. Асыҡ һауала үҫентеләр һирәк зарарлана. Инфекция тупраҡта, үҫенте ҡалдыҡтарында һаҡлана. Тупраҡ һәм һауа ныҡ дымлы булһа, ауырыу айырыуса тиҙ тарала. Теплицаларҙа, тәҙрә төбөндә үҫтерелгән үҫентеләргә һыуҙы самалап һибергә, теплицаларҙы даими елләтеп торорға кәрәк.
Онло ысыҡ – был бәшмәк ауырыуы кәбеҫтә үҫентеһен зарарлай. Япраҡтың өҫкө яғында һарғылт таптар барлыҡҡа килә, ә аҫҡы яғында аҡһыл ҡуныҡтар хасил була. Был ҡурҡыныс ауырыу кәбеҫтә үҫентеләрен юҡ итергә мөмкин. Ауырыу үҫенте ҡалдыҡтарынан күсә.
Тамырҙың һәм һабаҡтың ҡоро сереүе (фомоз) – үҫентеләрҙә ҡара нөктәле көрән таптар хасил була. Кәбеҫтәнең япраҡ һабаҡсаһында, тамырында аҡһыл-көрән таптар барлыҡҡа килә. Шалҡан, торма культуралары ла ошондай ауырыу менән зарарлана. Тупраҡтың артыҡ дымлы булыуынан килә.
Фузариоз – бәшмәк ауырыуы, кәбеҫтә культуралары төркөмөнә ингән үҫемлектәрҙең күҙәнәктәренә үтеп инә. Үҫемлектәрҙең япрағы һарғайып ҡойола, кәбеҫтәнең күсәне ваҡ була йәки һулып юҡҡа сыға. Фузариоз үҫемлек ҡалдыҡтары аша тарала, зарарланған тупраҡтан да күсә.
Алдаҡсы онло ысыҡ – бәшмәк ауырыуы, үҫемлектәр­ҙең үҫеү нөктәһен зарарлай. Япраҡтар аҡһыл-йәшел төҫкә инә, улар ҡата, бөгәрләнә, ҡытыршылана, унан һорғолт төҫтәге ҡуныҡ ҡаплай. Зарарланған япраҡтар юҡҡа сыға.
Бәшмәк үҫемлек ҡалдыҡтарында һәм орлоҡта ҡышлай. Был ауырыу ямғырлы, һалҡын йәйҙә тарала.
Мазайка – вирус ауырыуы. Зарарланған үҫентенең япрағында төрлө ҙурлыҡта, формала аҡһыл-йәшел таптар барлыҡҡа килә. Йыш ҡына япраҡтар бөгәрләнә. Үҫемлектәр насар үҫә. Вирусты һут һурыусы беттәр һәм талпандар тарата.

Кишер, петрушка, укроп, сельдерей

Алдаҡсы онло ысыҡ – бәшмәк ауырыуы. Япраҡтың өҫкө яғында аҡ таптар хасил була. Ә аҫҡы яғында аҡ ҡуныҡ һәм көрән төҫтәге таптар хасил була. Зарарланған япраҡтар ҡорой. Ҡойоп яуған ямғыр тарата.
Ҡара сереү – бәшмәк ауырыуы. Шытымдарҙа ҡара аяҡ формаһында күренә. Япраҡтар тап менән ҡаплана. Таптар һарғая, көрән төҫкә инә, ҡарая һәм ҡорой. Инфекция орлоҡ, үҫенте ҡалдыҡтары аша тарала.

Ҡыяр, ҡабаҡ, ташҡабаҡ, патиссон

Антракноз – бәшмәк ауырыуы. Ул теплицаларҙа ныҡ таралған. Япраҡта йоморо таптар барлыҡҡа килә, улар ҙу­райып бер-береһе менән тоташа. Унан япраҡ көрән төҫкә инеп ҡорой. Һабаҡтарҙы, үҫентеләрҙе оҙонса таптар баҫып ала. Зарарланған ҡыяр бөрөшөп серей. Ауырыу йәй буйы зарарлай.
Инфекция үҫенте ҡалдыҡтарында, орлоҡта ҡышлай. Ул уңышты кәметә, ҡыярҙың сифатын төшөрә.
Онло ысыҡ – бәшмәк ауырыуы ҡыяр, ташҡабаҡ, ҡабаҡ, патиссондың һабағын, япрағын зарарлай. Һауа артыҡ дым­лы булһа, ысыҡ төшкәндә ауырыу киң тарала. Япраҡтың аҫҡы яғында аҡ таптар ҙурайып бергә тоташа. Япраҡты он­ло ҡуныҡ ҡаплап ала. Унан һарғылт-йәшел төҫкә инә. Япраҡ ҡытыршылана, һарғая. Һөҙөмтәлә уңышҡа зыян килә, ҡыярҙың сифаты насарая.
Фузариоз һулыу – бәшмәк ауырыуы, ҡыярҙы зарарлай. Шытып сыҡҡас, йәш үҫентенең тамыры һәм һабаҡтың өҫкө өлөшө серей. Ауырыу менән зарарланған ҡыяр үҫентеһенең аҫҡы япрағында таптар барлыҡҡа килә. Япраҡтар һулып ҡорой башлай. Күп осраҡта үҫентенең тамыры һәм тамыр муйынсаһы серей.
Аскохитоз – бәшмәк ауырыуы. Теплицала, парниктарҙа үҫемлектең һабағын һәм япраҡтарын зарарлай. Ҡара нөк­тәләр, һорғолт таптар хасил була. Һабаҡтар һәм япраҡтар ҡорой, үҫемлек юҡҡа сыға.
Үҫемлектең саманан тыш ҡуйы булыуы, һауа дымлы­лығының ҡапыл алмашыныуы, һауа һәм тупраҡтың артыҡ дымлы булыуы ауырыуҙың таралыуына булышлыҡ итә.

Помидор

Фитофтороз – бәшмәк ауырыуы. Үҫентенең бөтә органдарын зарарлай. Йәшел помидор ошо ауырыу арҡаһында сереп юҡҡа сыға. Үҫентенең япрағын һәм һабағын көрән-һары (дәрсен) төҫтәге таптар ҡаплап ала. Япраҡтың аҫҡы яғында аҡ ялтырауыҡлы ҡуныҡ барлыҡҡа килә. Һабаҡтарын һәм япраҡ һабаҡсаларын ҡара (дәрсен) төҫлө һыҙаттар ҡаплап ала. Һауа ҡоро булһа, зарарланған үҫем­лектәр ҡорой, ә инде һауа һәм тупраҡ дымлылығы юғары булһа – серей. Помидорҙа көрән таптар хасил була. Һуңынан таптар бөтә емеште баҫып ала, помидор йомшарып серей.
Һалҡын һәм ямғырлы килгән йәйҙә, төнгө һалҡындарҙа, һалҡын ысыҡ, томан төшкәндә, һауа дымлылығы артыҡ булғанда ауырыу бик тиҙ тарала, уңышҡа, помидорҙың сифатына ныҡ зыян килтерә.
Инфекция помидор һәм картуф үҫентеләренең ҡалдыҡтарында һаҡлана. Улар – был ҡурҡыныс ауырыуҙы таратыуҙа төп сығанаҡ.
Макроспориоз – бәшмәк ауырыуы, картуф һәм помидор үҫентеләрен зарарлай.
Япраҡтарҙа эре, йоморо (дәрсен) төҫтәге таптар хасил була. Таптар ҙурая, бер-береһе менән тоташа. Һөҙөмтәлә япраҡтар ҡороп юҡҡа сыға, ә помидорҙа ҡара таптар, ҡара бәрхәтле ҡуныҡ барлыҡҡа килә. Үҫентенең үҫеше әкренәйә, уңыш кәмей.
Инфекция тупраҡта, үҫенте ҡалдыҡтарында, орлоҡта һаҡлана.

С. Хажиевтың ”Баҡсасы белешмәһе” китабынан.


Вернуться назад