Ер еләге үҫентеһен үрсетеү25.07.2017
Беҙҙәге һауа шарттарында ер еләгенең вегетация осоро ҡар иреп бөткәс тә башлана. Май аҙаҡтарында сәскә ата, мыйыҡ ебәрә башлай. Июнь ахырында еләк өлгөрә. Август аҙағында мыйыҡтар күпләп үҫә, ергә тамыр ебәреп, тупраҡтан дымды, туҡлыҡлы матдәләрҙе күпләп һура башлай, киләһе йылдың уңышына ифрат ҙур зыян килтерә. Шуға күрә мыйыҡтарҙы даими рәүештә ҡырҡып алып торорға кәрәк.

Ер еләге бүтән емеш-еләк кеүек көҙ көнө япраҡ ҡоймай, йәшел килеш ҡар аҫтына инә.
Ер еләге үҫентеләрен үрсетеүгә тәме, эрелеге, уңдырышлылығы менән айырылып торған сорттар һайлап алына. Улар уңдырышлы, ашланған ергә 30-40 сантиметр аралыҡта ултыртыла. Беҙҙең климат шарттарында августың икенсе ун көнлөгөндә еләк үҫентеләре күсереп ултыртыуға өлгөрә. Ултыртыуға тамырҙарының оҙонлоғо 5 сантиметр булған, өс-дүрт япраҡлы мыйыҡтар иң яҡшы үҫенте һанала. Улар һәйбәт ашланған, еңелсә дымлы тупраҡлы ерҙә тамыр йәйеп тиҙ үҫеп китә һәм мыйыҡ ебәрә башлай. Тәүге йылды мыйыҡтан барлыҡҡа килгән үҫентеләр ултыртыуға яраҡлы булмай. Плантацияһын даими туҡландырып, һыу һибеп торорға кәрәк. Уны нормаль дымлылыҡта тотоу бигерәк тә мөһим. Мыйыҡтағы розеткалар ергә йәбешеп тамыр ебәрһен өсөн, тупраҡты йомшартып торорға кәрәк. Икенсе йылында аналыҡ плантацияһында юғары сифатлы үҫентеләр өлгөрә. Тамырының оҙонлоғо 5-6 см булған өс-дүрт япраҡлы үҫентеләр алып тәғәйенләнгән ергә ултыртыла. Еләк ултыртылаһы ерҙең һәр квадрат метрына 2 килограмм органик ашлама, 80 грамм комплекслы минераль ашлама индереп, ер тәрән итеп ҡаҙыла, өҫтө тигеҙләнә.
Тәжрибәләрҙән күрене­үенсә, еләкте тәрән оялар йәки бураҙналар яһап ултыртыу иң яҡшы ысул һанала. Уның өҫтөнлөгө шунда: йыл һайын еләктең үҙәк тамыры өҫкә сығыусан, тәрән ояларҙа иһә өҫкә сыҡҡан тамыр күмелә. Икенсенән, ояларҙа дым оҙаҡ һаҡлана, өсөнсөнән, көҙ ҡар яуыу менән ояларға ҡар тула һәм көҙгө һалҡындарҙа үҫентене туңыуҙан һаҡлай.
Ултыртыр алдынан мул итеп һыу һибелә, шунан тамыр системаһын тирә-яҡҡа йәйеп, үҫентеләр ултыртыла (үҙәген тупраҡ менән ҡапларға ярамай).
Һуңғы йылдарҙа һәүәҫ­кәр баҡсасылар еләкте түтәлдәр өҫтөнә ҡара толь йәйеп ултыртыу практикаһын файҙалана башланы. Түтәл өҫтөнә ябылған толдәргә 30-40 сантиметр аралыҡта тишектәр яһап ултырт­ҡанда дым яҡшы һаҡлана, мыйыҡтар ергә йәбешеп тамыр йәймәй, толь өҫтөнә таратыла, уларҙы ҡырҡып алыуы еңел була.
Ҡайһы бер баҡсасылар еләк түтәлдәре өҫтөнә 45-50 сантиметр бейеклектә каркастар эшләп, ҡар иреп бөтөр алдынан пленкалар ябып ҡуя. Һөҙөмтәлә ҡар тиҙ иреп бөтә, пленка аҫтында еләк 10-15 көнгә иртәрәк өлгөрә.


Вернуться назад