Үҫемлектең төҫөнә ҡарап,25.07.2017
1. Азот ашламаһына мохтаж­лыҡ кисерһә, уның япрағы аҡһыл төҫкә инә, һарғая, ҡойола, үҫемлек насар үҫә, карлик булып ҡала.
2. Фосфор ашламаһына мох­таж­лыҡ кисерһә, үҫемлек япрағы ҡара йәшел, күкһел төҫкә инә, япраҡта ҡыҙғылт таптар барлыҡҡа килә. Ҡорой, япраҡтар һорғолт төҫ­кә инеп ҡарая, емеш сифатһыҙ була.
3. Азот менән фосфорға мох­тажлыҡ кисерһә, ғәҙәттәгесә сәскә атып, һеркәләнгәндә сәскә аналығы ҡойола.
4. Калий ашламаһы етешмә­гәндә, япраҡ уртаһы бер аҙ ҡытыршылана, бөгәрләнә, ялтырауыҡлы ҡыҙғылт таптар хасил була, япраҡ ситтәре һарғая башлай, һорғолт таптар барлыҡҡа килә. Иң өҫтәге үҫеш бөрөһө һәм тамыры зарарлана. Үҫемлектең калийға ҡытлыҡ билдәләре аҫҡы ботаҡтағы япраҡтан башлана.
5. Магний элементы етешмәһә, япраҡтар төҫһөҙләнә, һарғылт, ҡыҙыл төҫкә инә.
6. Тимер элементына мохтажлыҡ кисерһә, япраҡтар аҡһыл-йәшел төҫкә инә. Япраҡ һөлдәләре араһында хлороз барлыҡҡа килә.
7. Баҡыр элементы етешмәһә, япраҡ осо ағара, хлороз барлыҡҡа килә.
8. Бор етешмәһә, үҫеш нөктәһе ҡорой – сәскә атмай.


Вернуться назад