Баҡса ул йәшелсә, еләк-емеш үҫтереү генә түгел, тәү сиратта күңел тыныслығы биреп, ял итеү урыны ла булырға тейеш. Шуға ла үҙенсәлек, матурлыҡ талап итә: эскәмйә урынындамы, һуҡмаҡтар һалынғанмы… Шул уҡ ваҡытта барыһы ла тәбиғи булыуы мөһим. Мәҫәлән, юлдарҙы ғына алайыҡ. Уның таш йәйелгәне лә матур, хәҙер “булыжник” тип йөрөтөлгән, махсус сығарылғаны ла. Беҙ иһә иң тәбиғи ысулға туҡталайыҡ. Ағастың нәҙек кенә түмәренән арҡылыға киҫентеләрҙән тора ул.
Иң тәү алдан борма-борма юлды күҙ алдына килтереү өсөн һыҙып сығырға кәрәк. Һуңынан уның буйынса 20-25 сантиметр тәрәнлектә тупраҡ – ерҙең өҫкө ҡатламы алына. Әгәр ҙә майҙансыҡ торфлы йәки ҡомло булһа, аҫҡа тигеҙләп ваҡ ҡырсынташ, эре ҡом йәйелә. Киҫентеләрҙе ултырта барған һайын еңелсә генә ағас сүкеш менән һуҡҡылап ҡуялар. Был улар ултырып етһен, һуңынан ҡырынаймаһын өсөн эшләнә. Төҙөп бөткәс, аралары ҡом, ваҡ таштар менән тултырыла. Һуҡмаҡ ҡырҙарына тупраҡ һалына.
Бындай һуҡмаҡты ҡарап тороу бик ябай. Ҡайһы кеше, ҡиммәтерәк булһа ла (матурлыҡ һәр саҡ сығым талап итә), түмәрҙәрҙең өҫтөн фунгицидтар, сереүгә ҡаршы препараттар менән эшкәртә. Ә иң ҡулайы – 10 литр һыуға 500 грамм баҡыр иретеп, ябай һыу һипкес (лейка) менән һибеп сығыу.