Был еләктәр С витамины, фолат һәм В витаминдары төркөмө һәм төрлө туҡлыҡлы матдәләргә, антиоксиданттарға, мәҫәлән, йөрәк өсөн кәрәкле фенолдарға бай, ялҡынһыныуға, яман шешкә ҡаршы көрәшеүсе яҡшы сара булып тора.Әгәр ҙә көн һайын еләк ашаһаң, иммун системаһы һәм ҡан тамырҙары нығына. Баҡса еләге шулай уҡ шешеү процесын туҡтата, микробтарға ҡаршы сара булараҡ та ҡулланыла. Ул киҙеү вирустарына ҡаршы көрәшә, тимәк, йылы миҙгелдә еләк менән һыйланып, организмды ҡышҡы ауырыуҙан да һаҡлайһығыҙ.
Баҡса еләге составындағы йод көндәлек аҙыҡ рационын йод менән тулыландыра. Ул ҡандағы шәкәр күләмен төшөрә, шуға ла баҡса еләге шәкәр диабеты менән ауырыусыларға ла файҙалы. Бөйөр һәм бәүел юлы ауырыуҙары булғанда баҡса еләген йәй миҙгеле тамамланғансы ҡулланырға кәңәш ителә. Көн һайын 400 грамм еләк ашау ауырыуҙы дауаларға ярҙам итә.
Бынан тыш, баҡса еләге тәбиғи бәүел ҡыуҙырғыс һәм бауырҙы тынысландырыусы сара иҫәпләнә. Шуға ла ревматизм һәм бауыр ауырыуы ваҡытында баҡса еләге диетаһын ҡулланыу яҡшы. Бының өсөн аҙна буйына көн һайын 1,5 килограмм еләк ашарға кәрәк. Бер юлы артыҡ ауырлыҡтан да ҡотолорһоғоҙ. Баҡса еләгендәге салицил кислотаһы быуындар һыҙлауынан ярҙам итә.