Күп баҡсасыларға шундай күренеш таныш: йәйҙең ҡыҙыу мәле, ә баҡсала ҡыяр ҡороп бөткән йәки йәшелсә алып булмай. Төп сәбәп, әлбиттә, ҡыярҙарҙың ауырыуы.
Йәшелсәне ултыртҡан саҡта уҡ үҫентеләргә терәк ҡуйыуҙы, өҫкә табан еп һуҙыуҙы күҙалларға кәрәк. Улай иткәндә һабаҡтар ергә ятмай, байтаҡ ауырыуҙар урап уҙа. Бындай ысулдың ыңғай яҡтары бик күп:
= ҡыярҙарға күберәк ҡояш нуры үтеп инә һәм бар яғы ла елләп тора. Хатта япраҡтарға сереткес ауырыу эләккән хәлдә лә, ҡоротҡостар йәшәй, үрсей алмайҙар;
= иртәнге ысыҡ япраҡтарҙа тиҙерәк кибә;
= япраҡтарға төрлө препараттар һиптергәндә лә тигеҙ эләгә, тимәк, файҙаһы күберәк була;
= йәшелсәләр, бигерәк тә оҙонға үҫкәндәре аҙыраҡ зарарлана;
= уңышты йыйыу еңелләшә, плантация йәшелсәне оҙағыраҡ бирә.
Сымды көньяҡтан төньяҡҡа табан һуҙалар. Уны өс рәт итәләр: аҫҡыһы ерҙән 15—20 сантиметр, икенсеһе – 70 – 80, ә өсөнсөһө (ҡалын тимер сым, рейка булһа бигерәк тә яҡшы) ултыртылған бурса-бағаналарҙың өҫтөнән үтә. Һәр үҫентенән уларға еп һуҙыла.
Төрлө бактерия ауырыуҙары таралмаһын өсөн белгестәр “Топаз” препаратын ҡулланырға тәҡдим итә. Ике миллилитрлы бер һауытты 10 литр һыуға ҡушалар. Препарат тиҙерәк иреһен өсөн һыуҙы 30—40 градусҡа тиклем йылытырға мөмкин.
Миҙгеленә ике тапҡыр эшкәртәләр: һабаҡта унлап япраҡ булғас һәм ике аҙнанан һуң. “Препарат” һүҙен ишеткәс, күптәр уның зарарлығына шикләнеп ҡуйыр. Хәҙер яңы препараттарҙы ҡурҡмайынса ҡулланырға мөмкин. Мәҫәлән, бындай осраҡта “Фитоспорин-М”, “Гамаир” һәм “Алирин-Б” тәҡдим ителә.
“Аҫылған” ҡыярҙарға һыуҙы тик тамырға ғына һибәләр. Әлбиттә, тамсы ысулы бик яҡшы. Тик әлегә уны ҡулланыусылар һирәк. Рәт араларына ваҡланған һалам, үлән, ағас онтағы һалһағыҙ, сүп үләндәре лә әллә ни борсомаҫ, дым да һаҡланыр.