Йәшелсәне нисек дауаларға?04.07.2017
Һуңғы йылдарҙа үҫенте ауырыуҙарына ҡаршы эффект­лы препараттар ҡулланыла башланы. Мәҫәлән, картуф һәм помидорҙың ҡурҡыныс ауырыуы – фитофтороз, ҡыярҙың антракноз һәм бактериоз ауырыуҙарына ҡаршы бордо шыйыҡсаһы юғары һөҙөмтә бирә.


Бордо шыйыҡсаһын һәр кем эшләй ала, ҙур булмаған балсыҡ йәки ағас һауытта 5 литр ҡайнар һыуға 100 грамм баҡыр купоросы һалып иретәләр. Ә икенсе һауытта 5 литр һыуҙа 100 грамм эзбиз иретелә. Шыйыҡсалар әҙер булғас, эзбиз иретмәһенә әкрен генә баҡыр купоросы иретмәһен ҡушып, ентекләп бутайҙар. (Баҡыр купоросы өҫтөнә эзбиз иретмәһе һалырға ярамай, эзбиз иретмәһе өҫтөнә баҡыр купоросы һалына). Шыйыҡсаны ҡушып бутағандан һуң, күк лакмус ҡағыҙы менән тикшереп ҡарайҙар. Лакмус ҡағыҙы төҫөн үҙгәртмәһә, бордо шыйыҡсаһы әҙер тигән һүҙ.
Картуфты йыйып алырға – 15, ҡыяр менән помидорҙы йыйып алырға 5-8 көн ҡалғас, бордо менән эшкәртеү тыйыла.
80 процентлы поликарбицин картуф һәм помидорҙың фитофтороз ауырыуына ҡаршы ҡулланыла. Уңыш йыйып алыуға 20 көн ҡалғас, файҙаланыу тыйыла.
90 процентлы баҡыр хлорокисы. Картуф һәм помидорҙың фитофтороз, һуған менән ҡыярҙың онло ысыҡ ауырыуҙарына ҡаршы файҙаланыла. 4 тапҡыр эшкәртергә мөмкин. 10 литр һыуҙа 40 грамм иретелә. Уңыш йыйырға 20 көн ҡалғас, ҡулланыу туҡтатыла.
10 процентлы кефалон ҡабаҡ һәм ҡыяр культураларының онло ысыҡ ауырыуҙарына ҡаршы файҙа­ланы­ла. 10 литр һыуға 750 грамм иретеп һибәләр.
30 процентлы сульфаридты ҡыярҙың онло ысыҡ һәм антракноз ауырыуҙарына ҡаршы файҙалана­лар. 10 литр һыуға 40-80 грамм иретеп һиптерәләр.
50 процентлы медекс картуф һәм помидорҙың фитофтороз ауырыуына ҡаршы ҡулланыла. 10 литр һыуҙа 100-150 грамм иретелә. Уңыш йыйып алырға 15 көн ҡалғас, ҡулланыуҙы туҡтаталар.
80 процентлы полихомды картуф һәм помидорҙың фитофтороз ауырыуына ҡаршы файҙаланалар. Ун литр һыуҙа 40 грамм иретеп һиптерәләр. Уңыш йыйып алырға 20 көн ҡалғас, файҙаланыу тыйыла.


Ағыулы химикаттарҙан һаҡланығыҙ!

Химикаттар менән эш иткәндә ошо ҡағиҙәләрҙе иҫтә тотоғоҙ:

1) Күҙлек, халат, резина бирсәткә кейеп эшләгеҙ.
2) Химикат менән эшләгәндә балаларҙы яҡын ебәрмәгеҙ.
3) Химикат менән эш иткәндә тартырға, ашарға ярамай.
4) Һиптергәндә елгә ҡаршы торорға ярамай.
5) Һиптергәндә әле ашай торған йәшелсәләр пленка менән ҡаплап ҡуйыла (салат, йәшел һуған, редис).
6) Химикат һалынған пакеттың этикеткаһына яҙылған күрһәтмәләрҙе еренә еткереп үтәү мотлаҡ.
7) Химикаттар ашай, йәшәй торған урындан алыҫта, ныҡ ябылған һауыттарҙа һаҡланырға тейеш.
8) Химикат менән эш итеп бөткәс, битегеҙҙе, ҡулығыҙҙы яҡшылап, һабын менән йыуығыҙ.
Ҙур майҙандағы йәшелсә баҡса­ларында ҡоротҡостарға, төрлө ауырыуҙарға ҡаршы көрәште ағыулы химикаттарһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Ә бына һәүәҫкәр баҡсасылар ағыулы химикатты файҙаланмайынса ла ҡоротҡостар менән уңышлы көрәшә ала.
Көҙ, уңышты йыйып алғас, ер өҫтөндә үҫенте ҡалдыҡтары ятып ҡала. Уларҙа ҡоротҡостар, төрлө ауырыуҙар, бәшмәк споралары ҡышлай. Яҙ шарттар тыуыу менән ауырыуҙар һәм ҡоротҡостар тиҙ тарала. Шуға күрә үҫенте ҡалдыҡтарын баҡса участкаһынан йыйып алыу мотлаҡ. Уларҙы яндырырға йәки соҡорға тыңҡыслап тултырып, өҫтөн тупраҡ менән ҡаплап ҡуйырға кәрәк. Ер өҫтөндә ҡалған сүп үләндәрен, үҫенте ҡалдыҡтарын таҙартып, көҙ ерҙе тәрән итеп ҡаҙып ҡуйһағыҙ, ҡурҡыныс ауырыуҙарҙың һәм ҡоротҡостарҙың 50-60 процентынан ҡотолорһоғоҙ. Коллектив баҡсаның бөтә участкаларында ла ҡорот­ҡостарға ҡаршы берҙәм көрәш йәйелдерелһә генә, маҡсатҡа ирешергә мөмкин.
Иң мөһиме – прогрессив агротехника алымдарын файҙаланғанда, бөтә эште еренә еткереп башҡар­ғанда, үҫентеләргә ҡоротҡостар ҙа, ауырыуҙар ҙа йәбешеп бармай.



Вернуться назад