Орлоҡто ҡыш хәстәрлә06.12.2016
Көн дә хаҡтар артҡан заманда йәшәйбеҙ. Бөгөн күпмелер торған орлоҡтоң иртәгә әллә нисә һумға етеүе ихтимал.
Ғәмәлдә алдан хәстәрләүгә етмәй. Көнө килеп еткәс, теләгән сортыңды таба алмауың да бар. Тәжрибәле баҡ­са­сылар, әлбиттә, орлоҡто үҙҙәренең йәшелсәләренән үҫтереп ала. Әммә был эш мәшәҡәтле генә. Икенсе йылына ғына өлгөрә торған орлоҡтар ҙа бар.
Төргәктәре ни тиклем матур, ялтырап торһа, хаҡы ла ҡиммәтерәк була. Шуға ундай ҡаптарға ҡыҙығырға ярамай. Ситтән килтерелгән орлоҡтар беҙҙең һауа шарттарына яраҡлашҡанмы-юҡмы — белеп булмай. Районлаш­тырылған­дарына өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Тәжрибә яһайым тип йәшелсәһеҙ ҡалыуың да бар.
Орлоҡ баҙарында үҙҙәрен танытҡан фирмалар ҡаптарға культураның сортын ғына түгел, күләмен (грамдарҙа), партия номерын, ГОСТ билдәһен, ҡапҡа төрөүсенең номерын, предприятиеның исемен, адресын, телефонын күрһә­тер­гә, бынан тыш, сорттың төрөн, үҫте­реү ҡағиҙәләрен һәм, иң мөһиме, ҡулланыу ваҡытын яҙырға тейеш. Бигерәк тә һуңғыһына иғтибар итегеҙ. Ҡулланыу срогы типографик ысул менән баҫылһа, шикләнергә урын бар. Ул штамп ярҙамында һуғылырға тейеш.
Тағы шуныһына иғтибар итегеҙ: бер генә ҡат ҡағыҙға төрөлгән орлоҡтар икенсе йыл аҙағына тиклем яраҡлы була. Ә инде фольга, пленка кеүек һауа үткәрмәй торған материалдарға һалынып, аҙағынан ҡағыҙ ҡаптарға төрөлһә, бындай орлоҡтарҙың яраҡлы­лығы тағы ла бер йылға оҙоная. Сит илдәрҙән килтерелгәндәрендә нисек ҡулланыу тураһында тәржемәләр бирелергә тейеш.
Орлоҡтарҙы алдан алыуҙың йәнә бер файҙалы яғы бар. Уларҙы тикшереп ҡарарға була. Йылы һыуға һалып болғатып 5-7 минут тотҡандан һуң өҫкә ҡалҡып сыҡһалар, тимәк, улары йә боҙолған, йә һаҡлау ваҡыты үткән тигән һүҙ.
Орлоҡтарҙы тикшереүҙең тағы бер ысулы бар. Сынаяҡ аҫтына еүеш салфетка һалып, ун орлоҡто тәжрибәгә ҡалдырырға. Өҫтөнә йәнә бер салфетка ҡаплап, кәрәгенсә дымлап торорға. Әгәр ун орлоҡтоң алтыһы шытып сыҡһа, тимәк, уларҙың 60 проценты яраҡлы. Күберәге шытһа, тағы ла яҡшыраҡ.
Ошондай һынауҙарҙы уңышлы үтмәһә, орлоҡтарҙы тағы алырға ваҡытығыҙ ҡала. Ә мәле етеп, ергә сәскәндән һуң яртыһы ла үҫеп сыҡмаһа, кәйефегеҙ ҡырылыр, моғайын. Шуға ла орлоҡтарҙы алдан хәстәрләү хәйерле.


Вернуться назад