Йәшелсәне нисек туңдырырға?06.12.2016
Йәшелсәне тоҙлап та, төрлө салат яһап та, баҙ-мөгәрәптәрҙә һаҡлап та була. Шулай уҡ яңы ғына түтәлдән өҙөп алған килеш һаҡларға теләүселәр уларҙы ҡышҡылыҡҡа туңдырып та ҡуя. Һәйбәт һаҡланһын өсөн бер нисә ҡағиҙәгә иғтибар итергә онотмағыҙ.
lӘйтәйек, төҫлө кәбеҫтәнең тәме лә, төҫө лә матур килеш ҡалһын өсөн уны сайҡарға, бүлкәләренән айырырға, ике-өс минут эҫе, тоҙло һыуҙа тотоп алырға кәрәк. Шунан тиҙ генә һалҡын һыуға һалырға. Артабан һыуын түгеп, бер аҙ ҡороғанын көтөргә лә, пакеттарға тултырып, туңдырғысҡа ҡуйырға.
lСөгөлдөр менән кишерҙе шаҡмаҡлап турарға йә эре ҡырғыс аша үткәреп туңдырырға һалырға кәрәк.
lТатлы боросто ҡышҡылыҡҡа һаҡлар алдынан орлоҡтарын алып ҡуйыу мотлаҡ. Шулай иткәндә, төрлө эслектәр һалып бешереп буласаҡ. Күп урын алып тормаһын өсөн боростарҙы бер-береһенең эсенә лә кейҙереп ҡуйырға мөмкин. Ә инде башҡа ризыҡтар әҙерләр өсөн уны ваҡлап турап, һауыттарға тултырып туңдырырға ла ярай.
lПомидорҙарҙың итлеләрен һәм тығыҙҙарын һайларға кәрәк. Уларҙы түңәрәкләп ҡырҡырға мөмкин. Бер-береһенә йәбешеп туңмаһын тиһәгеҙ, башта бер ҡат ҡына итеп туңдырғысҡа теҙеп һалығыҙ. Шунан икенсе ҡатты ла туңдырып алғас, бергә тоҡсайҙарға тултырығыҙ. Шулай уҡ помидорҙы ит турағыс аша үткәреп, шешәләргә тултырып та һаҡларға мөмкин. Ташҡабаҡ, ҡыяр кеүек йәшелсәне лә ҡулса һымаҡ итеп турап йә ҡырғыстан үткәреп ҡуйырға була. Һыуытҡысығыҙҙың туңдырғысы йәшелсәгеҙҙе бына тигән итеп һаҡлаһа, ҡыш өҫтәлдәрегеҙгә йәй һәм көҙ ҡунаҡҡа килер.


Вернуться назад