Керәндең шифаһы бар06.12.2016
Эфир майҙары, хуш еҫле матдәләр һәм витаминдарҙың күп миҡдарҙа булыуы арҡаһында керән организмға ҙур йоғонто яһай. Мәҫәлән, эсәктәрҙең эшмәкәрлеген әүҙемләштерә, төрлө ферменттар бүленеп сығыуға булышлыҡ итә. Бындай көскә эйә булыуының сәбәбе — минераль тоҙҙарҙың, гәрсис майының, синигрин тигән матдәнең барлығында. Әйткәндәй, әлеге синигрин керәнгә шундай әсе тәм бирә лә инде.
Бөтә ошо ҡушылмалар аппетитты ҡуҙғыта, аҙыҡ эшкәртеү рецепторҙарына тәьҫир итә, ашҡаҙан һуты бүленеп сығыуға ярҙам итә. Әммә барыһы ла сама менән булырға тейеш. Керән күп миҡдарҙа зыян да килтерергә мөмкин. Ашҡаҙан һутының әселеген арттырып, гастрит һәм сей сара (язва) ауырыуҙарын ҡуҙғытыуы ихтимал. Шуға күрә керәнде бындай сирле кешеләргә тәмләткес рәүешендә генә ҡулланырға кәңәш ителә.
Медицинала керән бөйөр һәм бауыр өсөн файҙаһы булған өсөн айырыуса баһалана, сөнки уның үт һәм бәүел ҡыуҙырыу тәьҫире көслө. Иң мөһиме — бындай сирлеләргә керәндең бер зыяны ла юҡ. Шулай уҡ ваҡланған керәндең парҙарын еҫкәүҙең дә тын юлдарына файҙалы икәнлеген күптәр яҡшы белә. Составындағы фитоназидтар төрлө вирустарҙы һәм микробтарҙы юҡҡа сығарыуға һәләтле. Ә эфир майҙары ҡоро йүткереүҙе йомшарта. Тап шуның өсөн дә керәнде киҫкен респиратор сирҙәр ваҡытында ҡулланалар.
Был йәшелсәнең ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр өсөн дә, аҙ ҡанлылыҡ булғанда ла файҙаһы ҙур. Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары менән яфаланмаған кешеләргә керәнде йышыраҡ файҙаланырға тәҡдим ителә. Бигерәк тә организм яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж булған ҡыш айҙарында.