Салат, тоҙланған йәшелсә, рассольник, борщ, ҡайнатма, компот... Ниҙәр генә юҡ Нуриман районының Ҡыҙылъяр ауылында йәшәгән Дания менән Альфред Хәлимовтарҙың ҡышҡы запастарында. — Быйыл 370 банка әҙерләмә яһаным, — ти уңған хужабикә.
— Магазиндан бер нәмә лә һатып алғаныбыҙ юҡ, — тип уның һүҙен йөпләне хужа. — Бөтәһе лә үҙебеҙҙеке. Баҡса беҙҙе аҫрай. Балаларға ла, туғандарға ла, килгән ҡунаҡтарға ла етә.