Ҡырҡ ике йыл баҡса үҫтерә06.12.2016
Ҡырҡ ике йыл баҡса үҫтерә “Баҡсағыҙҙа нимәләр үҫә?” тип һорауыбыҙға Хәмит Тәүхетдинов ағай:
— Нимәләр үҫмәй, тиһәгеҙ, дөрөҫөрәк булыр, — тип яуап ҡайтарҙы.


Бәләбәй ҡалаһында йәшәгән уҙамандың 42 йыллыҡ баҡса стажы бар. Һәр эштең тәртибен белеп башҡара ул. Ҡышҡылыҡҡа ағастарын бәйләп, ҡырҡып, ағартып, ҡаплап ҡуйған. Беҙ уны рауза ҡыуағын тәрбиәләп йөрөгән мәлендә тап иттек.
— Ҡапыл ғына һыуытты ла ебәрҙе. Башҡа ағастарҙы ҡарап йөрөп, рауза ҡыуағын онотоп ебәргәнмен, — тине ул. Шул арала артыҡ ботаҡтарын ҡырҡып, йыйып бәйләне лә, он, шәкәр тоғо менән ҡаплап, өҫтөнә ҡар өйөп тә ҡуйҙы.
— Бына хәҙер сәскәнең ҡышты имен сығырына шигем юҡ. Иң мөһиме — тамыры өшөмәһен. Шул саҡта ул һалҡындарға бирешмәйәсәк.
Тәжрибәле баҡсасы хәҙер яҙҙы ашҡынып көтә. Ә әлегә ҡалала эшләп килгән “Балҡыш” исемле йыр ансамбленә йөрөй. Һәүәҫкәр композитор булараҡ йырҙар ижад итә. Уларҙы үҙе кеүек хаҡлы ялдағы һәм эшләп йөрөгән йыр-моң һөйөүселәр Гүзәл Садиҡова, Зиниә Бикмөхәмәтова, Гөлүсә Арыҫланова һәм башҡалар яратып башҡара. Ансамбль ағзалары ҡалала үткән бер саранан да ситтә ҡалмай. Етәкселәре Гөлсинә Вәлиева менән Әсә көнөнә арналған тамашала ла ихлас ҡатнаштылар.
Хәмит ағайҙың ҡулдары гармун һыҙҙырһа, баҡсаһындағы ҡоштары сырҡ-сырҡ килеп һайрай, сөнки хужа уларҙы көн дә һыйлап тора, ә тегеләр рәхмәттәрен еткерә.


Вернуться назад