Үҙебеҙҙеке файҙалыраҡ06.12.2016
Магазинға инһәң, үҙебеҙҙә үҫкәндәренән тыш, сит яҡтан килтерелгән емештәрҙән күҙҙәр ҡамаша. Күберәк уңыш алыр һәм оҙағыраҡ һаҡлар өсөн етештереүселәр емештәрҙең тәме һәм файҙаһы тураһында бик уйланмай. Үҫтергәндә лә, йыйғанда ла, һаҡлағанда ла төрлө химикаттар менән эшкәртәләр.

Емештәр тиҙерәк бешһен өсөн этилен тигән гормон ҡулланалар. Был осраҡта емеште өлгөрмәҫ борон уҡ өҙөп алып ҡулланыусыларға ебәрергә мөмкиндәр. Алыҫ ерҙәрҙән оҙон юлда килә-килә улар бешеү дәрәжәһенә етә. Мәҫәлән, банандарҙы йәшел килеш йыйып оҙатыуҙары һатып алыусыларға мәғлүмдер. Йәшниктәрҙе асып ебәргәндә улар йә йәшел, йә яртылаш һарғайған була. Ә инде әҙерәк асыҡ килеш магазинда ята биргәс, күп тә үтмәй, һары төҫкә инәләр. Ниндәй емештәр шулай яһалма бешеүгә дусар ителә? Алма, груша, банан, персик, абрикос, помидор, слива, ҡара бөрлөгән, киви, инжир, авокадо, папайя. Тәбиғи рәүештә ағасында өлгөргән емештәрҙән улар, әлбиттә, тәме менән айырылып тора, тейешле витаминдары әҙерәк була.
Ҡайһы емеш ағасында үҫкән килеш үҙ яйына бешә, тиһегеҙме? Әфлисун, грейпфрут һәм башҡа цитрустар, виноград, ҡабаҡ, ҡауын, ташҡабаҡ, ананас, сейә, ҡурай еләге, ер еләге, кешью сәтләүеге.
Яһалма өлгөртөлгәндәрҙе нисек айырырға һуң? Улар күп осраҡта бер үк ҙурлыҡта, тигеҙ, төҫтәре лә бер төрлө. Ә тәбиғи рәүештә бешкәндәренең бер яҡтары асығыраҡ, икенсе яғы йәшелерәк тә булыуы мөмкин. Формалары ла, төҫтәре лә бер-береһенән айырылыуы ихтимал. Әммә тәме тәбиғи, һәм унда файҙалы витаминдар ҙа күп була.
Яһалма емештәрҙән нисек һаҡланырға? Мәлендә бешкән еләктәрҙе ашарға кәрәк. Һәм, әлбиттә, үҙебеҙҙә үҫкәндәрен алығыҙ. Ҡыш көндәре әллә ҡайҙан ебәрелгән, бешмәҫ борон йыйылып, юлда өлгөрә-өлгөрә килгән емеш­тәрҙең файҙаһы ла, витамины ла самалы булыр.


Вернуться назад