Сей килешме, әллә бешерепме?06.12.2016
Һуңғы ваҡытта модалы диеталар күбәйҙе. Шуларҙың береһе — йәшелсәне сей килеш ашау. Был йәһәттән бигерәк тә “йондоҙҙар” өлгө күрһәтә. Ә уларҙың фанаттарға нисек йоғонто яһауын, ябай кешегә тәьҫир көсөнөң ни тиклем ҙур булыуын әйтеп тороу ҙа артыҡтыр.
Беҙҙең халыҡ ғүмер буйы ит, май, һөт аҙыҡтары, ҡамыр аштары ҡулланырға күнеккән. Шунан килеп ҡапыл сей йәшелсә ашауға күсә икән, бер нисә аҙна йәки ай эсендә ашҡаҙан-эсәк юлдарында ҙур үҙгәрештәр барлыҡҡа килә. Организмда таҙартыу механизмы эшләй башлай. Кеше үҙен һәйбәт тоя, көсө артҡандай була, ләкин оҙаҡламай үҙгәрештәр тойола. Бөйөр, бәүел ҡыуығы, бауыр сирҙәре үҙен һиҙҙерә. Дөрөҫ туҡланыу буйынса методикалар эшләгән ғалимдар, табиптар оҙайлы рәүештә сей йәшелсә ашау менән мауыҡмаҫҡа кәңәш итә.
Белгестәрҙең тикшереүе шуны күрһәтә: ысынлап та, ҡайһы бер йәшелсә сей килеш файҙалыраҡ. Мәҫәлән, һарымһаҡ һәм брокколи кәбеҫтәһе. Ә бына фасоль менән помидор термик юл менән эшкәрткәндә генә файҙалы матдәләрен нығыраҡ “аса”. Ғөмүмән, сей йәшелсә ашағанда һаҡ булырға кәрәк. Ундай диета һәр кешегә лә ярамай. Айырыуса ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан яфаланыусыларға. Шулай уҡ ашҡаҙан аҫты биҙе, үт ҡыуығы сирҙәре, эс ҡатыу, сей яра булған осраҡтарҙа бигерәк тә хәүефле.
Оҙайлы рәүештә сей ризыҡтар менән туҡланыу организмда аҡһымдың кәмеүенә килтерә, кальций етешмәгәнлектән һөйәктәр муртлана, теш эмале боҙола.
Әгәр ҙә сей йәшелсә менән туҡланырға теләүселәр булһа, улар был тәжрибәләрен йәй айҙарында эшләһен, тип кәңәш бирә белгестәр, сөнки әлеге туҡланыу системаһы күберәк йылы тәбиғәт шарттары өсөн ҡулай. Ә беҙҙә ҡышҡы һыуыҡтарҙа ҡайнар ашһыҙ, һурпаһыҙ, итһеҙ, шулай уҡ бешкән йәшелсәһеҙ, тәмләткестәрһеҙ мөмкин түгел.
Ғөмүмән, сама белергә кәрәк. Әгәр ҙә ниндәйҙер шик һәм һорау тыуа икән, табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.