Ваҡланған аҡбур, ағас көлө, кипкән һуған ҡабығы һәм көл ярата. Йәшелсәне ҡыш һаҡлар өсөн ошоларҙы файҙаланырға мөмкин. Йәшниктәргә сөгөлдөрҙө йәки кишерҙе теҙеп һалғас, өҫтөнә ҡом һибәләр. Әгәр йәшелсәне мөгәрәптә түгел, ә йылы өй баҙында тоторға тура килһә, кишерҙе балсыҡ болғатмаһына тығып алырға була. Манғандан һуң мотлаҡ яҡшылап киптерергә кәрәк. Балсыҡлы йәшелсә, яңы ғына түтәлдән йыйылған кеүек, яҙға тиклем һәйбәт һаҡлана.
Шәкәр йәки он һатылған ҙур полиэтилен тоҡтарға ла һалырға мөмкин был йәшелсәне. Тик ауыҙын бәйләргә ярамай. Өҫтөн ағас онтағы менән ҡаплап ҡуйһаң, тағы ла яҡшыраҡ.
Шулай уҡ кишерҙе йыуып, ике тәүлек киптергәндән һуң, полиэтилен тоҡсайҙарға бысҡы онтағы менән бутап һалырға була. Өҫкә ике-өс ус һуған ҡабығын һалып, тоҡ ауыҙын асыҡ ҡалдырыу мөһим.
Был себеш-помидор баҡсалағы күршебеҙ Әфиҙә Йыһангирова апайҙа үҫкән. Уны ашарға йәлләп, ике ай буйы һыуытҡыста тоттоҡ. Себеш-томат ныҡ булып сыҡты, әле лә шунда ултыра.